Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Ноябрь 2019, 16:40

Йәшләй ҡауыша алмаһалар ҙа...

Ғазап кисергәндәр бәхеттең ҡәҙерен белә.Мин уларҙы былтыр Өфөләге бер концертта күрҙем. Тәнәфестә хәл-әхүәл һорашып, арыу уҡ ҡына һөйләшеп торҙоҡ. Әллә ҡайҙағы райондан ошо концерт өсөн генә килеүҙәренә ғәжәпләндем. Бер нисә йыл инде бергә булыуҙарын ишеткәйнем, тик күрешкәнебеҙ юҡ ине.

– “Байыҡ”тың гала-концертына ла билет алдыҡ әле. Алла бирһә, унда ла киләсәкбеҙ. Еңгәң Өфөнө – йәшлек ҡалаһын гел һағынып иҫкә ала. Шуға уның күңелен уйлап, сығам да китәм. Машина менән биш сәғәтлек юл нимә инде ул?! – тине шаяртып ағай кеше.

Бәхеттәре йөҙҙәренә сыҡҡан, шундай матурҙар, шаярышып ҡына һөйләшәләр. Йәшләй генә ҡауышып та ошондай бәхеткә эйә була алыр пар ине бит, тик тормошта барыһы ла беҙ теләгәнсә бармай шул, тип уйланым, уларға ҡарап.

...Миңлегөл менән Ғәлим мәктәптә уҡыған саҡтан бер-береһен ярата. Араларын Миңлегөлдөң әхирәте Әлфирә ташыған кескәй генә хаттар бәйләй. Бер класҡа алдараҡ уҡыған Ғәлим ҡап-ҡара сәсен икенән толомлап үргән Миңлегөлдө тәнәфестә бер күреү өсөн генә лә әллә ниҙәр бирергә әҙер. Мөнәсәбәттәрен нисек кенә белдер­мәҫкә тырышһалар ҙа, саф һөйөүҙе йәшереп буламы һуң?! Тиҙҙән уларҙың мөхәббәте хаҡында барыһы ла белә ине.

Ғәлим мәктәпте тамамлап, һөнәр­селек училищеһына уҡырға инде. Һәр ял һайын ауылға – һөйгәне янына ашыҡты. Күп ваҡыт Миңлегөл менән Ғәлим тәүҙә Әлфирәне өйөнә тиклем оҙатып ҡуя, унан инде егет менән ҡыҙ Миңлегөлдәрҙең йорт ҡапҡаһы янын­дағы эскәмйәлә оҙон-оҙаҡ һөй­ләшеп, серләшеп ултыра, киләсәккә пландар ҡора.

Яҙғыһын училищены тамамлап, танытма алыуға егетте әрме сафына саҡырҙылар. Йәштәштәре менән хушлашыу өсөн ойошторолған табынға мәктәптә һынауҙар биреп йөрөгән Миңлегөл менән Әлфирә лә килде. Әллә әрмегә алыныу шатлығынан тулҡынланыуҙан, әллә айырылыу һағышынан егеттең күңеле урынынан ҡупҡандай, йөрәге ярһып типте.

Иптәштәре ыңғайына бер-ике тапҡыр күтәргән иҫерткес эсемлектән башы әйләнеп, күҙ алдары томаланғандай булды. Бейергә төшкән йәштәр араһынан Миңлегөлдө эҙләне, тик һөйгәне күренмәне. Шул саҡ ҡайҙандыр килеп сыҡҡан Әлфирә яғымлы итеп өндәште:
– Ғәлим, һин әллә иҫергәнһең инде? Әйҙә, инеп ятып тор.

Ҡыҙ, егетте ҡултыҡлап, йоҡо бүлмәһенә йүнәлде. Уның йылы тынынан, йомшаҡ ҡына ҡулдары менән ҡағылыуынан егет бөтөнләй аңын юғалтҡандай булды. Ҡыҙҙы һығып ҡосаҡлап үҙенә тартты... Ҡапыл ниҙер һиҙенеп, айнып китеп күҙҙәрен асҡайны, шаҡ ҡатҡан Миңлегөлдөң ҡарашы менән осрашып, һикереп торҙо Ғәлим. Өҫтөнә бер биҙрә һалҡын һыу ҡойҙолармы ни?! Миңлегөл? Ә ҡосағында кем һуң? Әлфирә? Булмаҫ! Ул арала һөйгәне бүлмәнән сығып йүгерҙе.

– Миңлегөл! Миңлегөл! – тип уҡтай тышҡа атылды. Әммә аҡ күлдәкле ҡыҙ аҡ шәүләләй төн ҡараңғылығына инеп юғалғайны инде... Артынан барһа ла, ипләп кенә тәҙрә сиртһә лә, сыҡманы ҡыҙ. Быға тиклем гел икәүләп ултырған эскәмйәлә ултырып таң аттырҙы.

Иртәгәһенә һөйгәне менән аңлаша алмауҙан ҡара янған егетте хәрби комиссариат ҡаршы алды һәм бер-береһенә ике тамсы һыуҙай оҡшаш әрме көндәре башланды. Миңлегөлдөң институтҡа уҡырға инеп, Өфөгә юлланыуын белһә лә, ҡайтҡанында тапшырырҙар тигән өмөт менән ауылға төбәп хаттар яҙҙы. Тик улары яуапһыҙ ҡалды...

Һөйгәненең Өфө аръяғындағы районға практикаға барғанында бер егеттән урланыуын, шул кешегә тормошҡа сығыуын ишеткән һәм был мәлдә әрменән ҡайтып күңеленә толҡа таба алмай йөрөгән Ғәлим Себер тарафтарына сығып китте. Күңел һыҙланыуҙарын эш менән баҫырға тырышты. Йәше 30-ға етеп барғанда өйләнде, ҡыҙы тыуҙы, әммә ­ баштан тормошоноң рәте булманы. Шулай ҙа бала хаҡына тип йәшәне, өҙөлөп яратҡан ҡыҙын атайһыҙ иткеһе килмәне.

Алинаһын кейәүгә биргәс, мәрйә ҡатыны менән араларын бәйләр ептәрҙең тулыһынса өҙөлөүен аңланы ла, олоғайған атай-әсәйемә терәк булайым тип, тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итте. Себер пенсияһы ярайһы уҡ яҡшы ине, яйлап атай йортон нығытты, ныҡлап йылҡы аҫрауға тотоноп китте. Был шөғөл күңеленә шул тиклем ятты, күп ваҡытын ялан-ҡырҙа, бейә бәйләгән урында үткәрҙе. Ҡарттар “өйлән” тиһә лә, яңынан ғаилә ҡорорға ашыҡманы.

Йыл артынан йыл үтте. Ата-әсәһе бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күсте. Йылына бер тапҡыр ҡыҙы менән кейәүенең, туп шикелле һарыҡас ейәненең ҡунаҡҡа килеп ҡайтыуы тормошоноң иң йәмле мәлдәренә әйләнде.

Көндәрҙән бер көндө урамда Әлфирә осраны. Ул Ғәлим әрмелә саҡта уҡ күрше ауылға кейәүгә сыҡҡайны.

– Әйтәһе һүҙем бар, – тип туҡтатты ул. – Ғәлим... Мин Миңлегөл менән һинең алда ныҡ ғәйеплемен. Теге саҡта шулай ҡыланмаһам, һеҙ бергә булыр инегеҙ бит. Мин дә һине ярата инем. Үҙем Миңлегөлдөң хаттарын һиңә ташыйым, үҙем эстән янып көйәм. Миңлегөл менән әхирәт булһаҡ та, уның яҡшы уҡыуы, мин яратҡан кешенең уға ҡарауы шул тиклем асыуымды килтерә ине. Ғәфү ит, балалыҡ, йәшлек менән ҡылынған хатам арҡаһында һеҙҙе бәхетһеҙ иттем, әле лә үкенәм...

– Үҙеңде ғәйепләп, улай бөтөрөнмә, Әлфирә. Булған эш булған инде. Хәҙер үкенеүҙән ни файҙа?! – тине Ғәлим, ситкә ҡарап.

– Ғәлим, мин һеҙҙең бергә булы­уығыҙҙы теләйем. Миңлегөл бит яңғыҙ, иптәше мәрхүм булып ҡалды...

Миңлегөлдөң тол ҡалыуы, яңғыҙ донъя көтөүе хаҡында ишетеп, йөрәге әллә ни эшләне Ғәлимдең. Бер туҡтауһыҙ уйланды, алыҫта ҡалған йәшлек мөхәббәтенә бәйле һағышлы хәтирәләре яңырҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, ошо йылдар дауамында уның Миңлегөлдө иҫкә алмаған берәй көнө булдымы икән? Юҡтыр.

Оҙаҡ уйланды, икеләнде Ғәлим. Ҡабул итерме уны Миңлегөл? Үҙенең малай шикелле ебеп төшөүенә йәне көйөп тә бөттө. Шулай ҙа бер көн килеп тәүәккәлләне – ишек алдында ултырған өр-яңы тимер атына ултырып, алыҫ юлға сыҡты. Йәшлек мөхәббәтенең ҡайҙа йәшәүен Әлфирәнән белешкәйне.

...Хәҙер улар бергә. Йәштәре ғүмерҙең алтмыш тигән үренә яҡынлаған ағайым менән еңгәмдең бер-береһенә мөнәсәбәтен, ҡарашта­рынан түгелеп торған бәхет сатҡы­ларын күреп һоҡландым да, шатландым да. Әйтерһең, уларҙы айырған тиҫтәләрсә йылдар булмаған да кеүек. Ә, бәлки, тап шул айырылыу ғазап­тарын, һөйөү һағыштарын кисергәнгә лә, бәхеттең ҡәҙерен нығыраҡ беләлер улар...https://bash.rbsmi.ru/articles/m-kh-bb-t-ba-sa-y/y-shl-y-auysha-alma-alar-a-/
Читайте нас: