Радий Фәрит улы үҙенең тыуған ауылы Һайранға ла инеп сыҡты. Һуңғы йылда бында ҙур үҙгәрештәр булған. Етәкселектең тамырҙарын онотмай, ауылын хәстәрләүе яҡшы. Башҡалар ҙа шулай итһә, беҙҙә, моғайын, ауылдар гөрләп йәшәр ине.
Башҡортостан Башлығы "Бәйләнештә" селтәрендәге үҙенең шәхси сәхифәһендә былай тип яҙып ҡуйған:
"...сегодня на родине в деревне мне одна бабушка сказала: «Улым, рәхмәт һиңә, республиканы уяттың...». Понимаю, что ещё рано так говорить, очень рано. Но я рад, что у людей есть хотя бы надежда на улучшение качества жизни".
Ысынлап та, кешелә өмөт бар бит. Әлбиттә, халыҡ күрә һәм ышана.
Тик барыһы ла етәксенән генә тормай. Тормошобоҙҙо матурыраҡ итер өсөн үҙебеҙ ҙә тырышайыҡ әле.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Radiy-H-birov-a-auilda-i-ber-in-y-nim-tig-n-16298/