Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Ноябрь 2019, 22:00

Әлиә Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде

Борт оҙатыусы булып эшләгән Белорет ҡыҙы Әлиә Слаҡаева “Урал авиалиниялары” компанияһының Airbus А321 самолетын кукуруз баҫыуына ултыртҡанда ҡаһарманлыҡ күрһәтә. “Транспорт аҙналығы” барышында башҡа экипаж ағзалары: Дмитрий Ивлицкий, Дмитрий Гончаренко, Яна Ягодина һәм Надежда Вершининаға ла дәүләт наградаһы тапшырылды. Бөгөн Кремлдә самолет пилоттары Дамир Йосопов һәм Георгий Мурзинға Рәсәй Геройы йондоҙо бирелә. Уларҙы ил президенты Владимир Путин бүләкләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 августа Жуковский аэропортынан Симферополға осҡан самолет ашығыс рәүештә ергә ултыра. Уның двигателенә ҡоштар эләккән була. Борттағы 234 пассажирҙың береһе лә зыян күрмәй.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: