Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Ноябрь 2019, 16:00

Колледжда – матәм, бөтәһе лә шок хәлендә

Үлем – һәр ваҡыт ҡурҡыныс. Ә инде аңһыҙ ҡазаларҙан һәм йәштәр вафат булғанда, аяҡ аҫтынан ер убылғандай. Айырыуса ата-әсә, яҡындар һәм дуҫтар ныҡ ҡайғыра. Ике көн элек Ағиҙел ҡалаһы студенттарының автомобиль аварияһында һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Әле уларҙың кемлеге асыҡланды.

Был авария шишәмбе иртә таң менән Краснокама районында теркәлде. Биш 18-19 йәшлек студенттар китеп барған “Рено Логан” автомобиле “УАЗ”ға барып бәрелә. Әйткәндәй, икенсе автомобилгә тәжрибәле водитель, 55 йәшлек ир идара итә. Аварияның сәбәптәре яҡынса билдәле – “Рено Логан” водителе, 19 йәшлек студент ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Фараз буйынса, машинаны тайғаҡ юлда болғап алып киткән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәрелеш бик көслө була.
Рулдәге Рәмил Б. ауыр йәрәхәттәр ала. Уның янында йөрөгән ҡыҙы 19 йәшлек Айгөл ултырған була. Әле улар икеһе лә Нефтекама үҙәк дауаханаһында. Рәмилдең хәле уртаса ауырлыҡта, егеттең һөйәктәре һынған, эске ағзалары бер ни тиклем зыян күргән. Айгөлдөң хәле яҡшыраҡ, уның мейеһе һелкенгән. Ә бына артҡы ултырғыстарҙа ултырған кешеләрҙең хәле хөрт. 18-шәр йәшлек ике студент егет Роман К менән Данил Л. шунда уҡ йән бирә. Егеттәр Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән һәм урындағы колледжда белем алып йөрөгән.
– Тыныс йоҡла, ауыр тупрағың еңел булһын. Шуны бел, һин беҙгә ныҡ кәрәк, һинһеҙ был донъяның йәме юғалды. Һинең юҡлығыңа ышана алмайым, әле яҡшыраҡ урындаһыңдыр тип ышанам, – тип яҙҙы Романдың ағаһы Айҙар.
Артта ултырған тағы бер егет Артур Ф. шулай уҡ бик ауыр йәрәхәттәр алған. Ул тере, әммә мейе комаһына киткән. Әле уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә. Шулай уҡ егеттең ҡабырғаһы һәм баш һөйәге һынған.
Әйткәндәй, “УАЗ” водителе лә ауыр хәлдә дауаханала. Уның бик күп һөйәктәре, шул иҫәптән янбаш һөйәге лә һынған.
Машинала булған егеттәрҙең бөтәһе лә Ағиҙел ҡалаһындағы УТЭК колледжы филиалында белем алған. Данил, Рәмил һәм Артур – өсөнсө, Роман икенсе курста уҡыған.
Кисә колледжда матәм көнө иғлан ителгән. “Бөтәһе лә шок хәлендә, быға ышана алмайбыҙ. Беҙ бик яҡшы кешеләрҙе юғалттыҡ. Иҫән ҡалғандары тиҙерәк шәбәйһен тип доғалар уҡыйбыҙ”, – ти Ләйсән исемле студентка.
Юлдағы хата бер кемде ла аямай. Йәш кешеме һин, баламы, тәжрибәле водителме – аяу юҡ. Шуға күрә үҙебеҙҙе һәм башҡаларҙы хәүефкә һалмай, ипләп кенә йөрөйөк!
Читайте нас: