Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Ноябрь 2019, 16:05

Күршеһен үлтергән

Хоҡуҡ һаҡлау органдарына 60 йәшлек ир кешенең юғалыуы тураһында хәбәр килә. Өс көн эҙләгәндән һуң, уның үле кәүҙәһе Ишембай районының Михайловка ауылынан алыҫ түгел ерҙә табыла. Тәүтикшереүҙәр шуны асыҡлай – ир кешене үлтергәндәр. Енәйәт ҡылыуҙа уның 38 йәшлек күршеһенә шик төшә.

Күҙаллауҙар буйынса хәл былай була: 12 ноябрь көнө ике күрше араһында янъял сыға. Талаш ваҡытында йәшерәк ир олоһоноң башына бер-нисә тапҡыр таяҡ менән тондора. Ауыр йәрәхәттәрҙән ир йән бирә.
Енәйәтте йәшереү маҡсатында ғәйепләнеүсе күршеһенең үле кәүҙәһен ауылдан 2 километр алыҫлыҡтағы йырынға алып барып ташлай.
Енәйәт эше асылған, тәфтиш дауам итә.
Читайте нас: