Интернетта фекер алышыусыларҙың ҡайһы берҙәре бындай фажиғәнең Өфөлә булыуына ышанмай, ғөмүмән, уның Башҡортостанға ҡағылышы юҡ тип бара. “Башинформ” агентлығы ваҡиғаның, ысынлап та, Өфөлә булыуын асыҡлаған. Тик кисә түгел, ә бынан туғыҙ йыл элек булған был күңелһеҙ хәл. Life.ru cайтында был үҫмер менән ни булғанын уҡырға мөмкин. Туғыҙ йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, халыҡ һаман да тыныслана алмай, ниндәй генә ҡатмарлы проблема булмаһын, уртаға һалып һөйләшкәндә, таяҡты тотҡан урындан һындырмай аңлашырға тырышҡанда, моғайын, иң яҡын кешеләр бындай ҡайғы-хәсрәткә тарымаҫ ине. Башҡаларға һабаҡ булыр, бәлки...