Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ноябрь 2019, 09:35

Юлда ҡот осҡос фажиғә: студенттар һәләк булған...

Кисә Краснокама районында Дүртөйлө - Нефтекама юлының 59-сы километрында ҡот осҡос авария теркәлде.

ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, унда “Рено Логан” менән “УАЗ” микроавтобусы бәрелешә. Еңел машинала дүрт студент һәм бер ҡыҙ китеп барған була. Егеттәр Ағиҙел ҡалаһындағы колледждың өсөнсө курсында уҡып йөрөгән. Рулдә 19 йәшлек егет ултырған. Бәләкәй автобус иһә пассажирҙарһыҙ булған, уның менән 55 йәшлек ир – предприятие водителе идара иткән.
Бәрелеш ныҡ көслө була, хатта машиналар икеһе ике яҡҡа оса. Юл-транспорт фажиғәһендә 18 йәшлек ике егет урында һәләк була. 18 йәшлек Асҡын районынан бер ҡыҙ менән йәнә 18 йәшлек егетте ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаталар. Шулай уҡ ике водитель дә ауыр хәлдә.
Әле авария сәбәптәре асыҡлана, тикшереү бара. Рулдәге йәш егеттең тәжрибәһе етмәгәнме, әллә яңы яуған ҡар менән боҙлауыҡ ғәйеплеме – билдәле түгел. Һәр хәлдә һауа торошо шарттары үҙгәреп, ҡатмарлашып торғанда бик тәжрибәле кешеләргә лә юлда ипләп йөрөргә кәрәк. Ана бит эҙемтәһе ҡалай ҡурҡыныс: йәшәй ҙә башламаған йәш кешеләр был донъяла юҡ...
Фото: ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте. https://bash.rbsmi.ru/articles/t-g-rm-s/Yulda-ot-os-os-fagi--studenttar--l-k-bul-an-13931/
Читайте нас: