Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ноябрь 2019, 17:20

Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге белгестәре Стәрлебашта

Билдәле булыуынса, 2019 йылдың 1 авгусынан БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетытының янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге эшләй башланы.

Үҙәк белгестәре янғындар сығыу осраҡтарын кәметеү өсөн профилактик саралар ойоштороу менән мәшғүл. Инспекторҙар халыҡты ут менән һаҡһыҙ эш итеү эҙемтәләре тураһында иҫкәртә һәм янғын сыҡҡанда йәки уның шаһиты булғанда, үҙеңде дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләренә өйрәтә. Бөгөн, йәғни, 20 ноябрҙә лә ошо хеҙмәт белгестәре В.К.Гаврилов һәм Е.К.Дьякова 1-се Стәрлебаш урта мәктәбендә ата-әсәләр йыйылышында сығыш яһаны.
Ут сығыу сәбәбе — янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү, вайымһыҙлыҡ күрһәтеү. Күптәр, бигерәк тә ололар көнкүреш техникаһын һүндерергә онота. Ҡышҡы осорҙа электр системаһына көсөргәнеш төшөү, йылытҡыстар ҡулланыу арҡаһында ут сыға. Мейестәрҙең дөрөҫ сығарылмауы, иҫке электр үткәргестәр, электр ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәмәү янғын сығыуға килтерә. Ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу арҡаһында һәләк булыусыларҙың эске менән мауығыуҙары билдәле. Шуға күрә үҙәк белгестәре балаларға һәм өлкәндәргә тағы бер тапҡыр янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеген иҫкәртә: электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш тыуҙырмағыҙ, бер юлы бер нисә ҡеүәтле көнкүреш техникаһын эшләтмәгеҙ. Йылытҡыстарҙы ҡорған, йыһазға яҡын ҡуймағыҙ, өҫтөндә кейемдәр киптермәгеҙ. Йортоғоҙҙа электр селтәрен даими тикшереп тороғоҙ. Нимәлер эштән сыҡһа, ярҙам артынан квалификациялы белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ. Газ мейестәрен йортто йылытыу өсөн файҙаланмағыҙ, бының фажиғә менән тамамланыуы ихтимал.
Өйҙө мейес менән йылытһағыҙ, уның төҙөклөгөн, төтөн сығарыу юлдарын тикшереп торорға, ҡоромдан таҙартырға, ярыҡтарын һыларға кәрәк. Хәүефһеҙлек өсөн мейес ауыҙы алдына тимер түшәү мотлаҡ. Эргәһендә тиҙ яныусы материалдан эшләнгән йыһаз булырға тейеш түгел. Кер киптерергә ярамай.
Йорттарға ут сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуйыу мөһим. Ул төтөн еҫенә көслө тауыш бирә һәм янғынды тиҙ арала һүндерергә мөмкин. Ҡорамалдарҙың файҙаһы ҙур. Хаҡы ла ҡулай: 250 һум. Уны Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында махсус магазиндарҙа һатып алырға мөмкин. Күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, шулай уҡ яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәгеләргә ул бушлай бирелә. Шулай уҡ, 2019 йылдың II кварталында янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма бала табыу йортонда яңы тыуған сабыйға бирелә торған бүләк менән ҡуша бирелә. Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролманы ҡайҙа ҡуйырға мөмкин? Уға урынды нисек дөрөҫ һайларға? Иң тәү сиратта уны йоҡо бүлмәһенә яҡын булған коридорҙы һайларға тырышығыҙ. Ҡайҙа ҡуйырға ярамай? Аш-һыу бүлмәһендә. Унда таба ҡыҙҙырғанда, һыу боҫрап ҡайнағанда ҡоролма эшләп китеүе ихтимал.
Ут сыҡҡан осраҡта «112» һандары буйынса хәбәр итегеҙ. Шылтыратыу бушлай.
Янғындарҙы булдырмау өсөн күмәкләп тырышырға кәрәк. Йортоғоҙҙоң һәм яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеге ябай ҡағиҙәләрҙе үтәүгә ҡайтып ҡалыуын онотмағыҙ.
Читайте нас: