Суд приставтары хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бурыслы әсәнең тарихы 2017 йылдан башлана. Ул ваҡытта ҡатынды енәйәт яуаплылығына тарттыралар. Әммә әсә холҡон үҙгәртергә һәм бәлиғ булмаған ҡыҙы менән мөнәсәбәттәрен көйләргә ашыҡмай. Ул эшкә сыҡмай. Һөҙөмтәлә суд аша хөкөм ҡарары көсәйтелә һәм ул 31 көнгә иркенән мәхрүм ителә. Колонияға үҙе барырға тейешле ҡатын, йәнә суд ҡарарын үтәмәй, тәғәйенләнгән урынға бармай. Суд приставы икенсе тапҡыр енәйәт эше саырға мәжбүр була. Суд уны йәнә ғәйепле тип табып, был юлы ике айға иркенән мәхрүм итә. Алда тәғәйенләнгән хөкөм язаһын үтәмәгәнлектән ул ике ай ҙа 20 көнгә тиклем оҙая.
Әлеге ваҡытта был әсәнең ҡыҙы алдындағы бурысы 714 000 һум. Хөкөм язаһын үткәндән һуң эшкә урынлашып, ҡыҙына алимент түләй башламаһа, уға яңы енәйәт эше асылып, ҡабаттан иркенән мәхрүм ителеү ҡурҡынысы янай.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/i-ina-700-me--um-burisi-yiyil-an-13242/