Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ноябрь 2019, 09:40

Имам балаға өйләнә яҙған

Күршеләрҙә – башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиға! Бөтә Рәсәй шаулай, ә хәлде ситтән күҙәтеүселәр ике лагерға бүленгән: кемдәрҙер Рәсүл менән Камиланы яҡлай, кемдәрҙер был хәлде енәйәт тип белдерә.

Ваҡиға Татарстанда булған. Бына бер йыл элек Камила Аҫылгәрәева мәсеткә ғәрәп яҙмаһын һәм дин нигеҙҙәрен өйрәнергә йөрөй башлаған. 14 йәшлек ҡыҙға 29 йәшлек имам Рәсүл Сәлихов белем нескәлектәрен төшөндөргән. Бер аҙҙан йәштәр бер-береһенә ғашиҡ булған.
Дин әһеле, ҡыҙға яҡын да барырға тейеш түгеллеген аңлап, баланың ата-әсәһенә килгән, хәлде уртаға һалып һөйләшкәндәр һәм... мосолман йолаһы буйынса никах уҡытырға ҡарар иткәндәр.
Әммә урындағы властар быға ҡаршы сыҡҡан: енәйәт эше ҡуҙғатылған, имамды бәлиғ булмаған бала менән енси мөнәсәбәткә инеүҙә ғәйепләп, тимер рәшәткә артына оҙатҡандар.
Камиланың әсәһенә лә эләккән: балаға ҡаты мөғәмәлә иткәне һәм енәйәти маҡсатты тормошҡа ашырырға ярҙамлашҡаны өсөн уға ҡарата ла енәйәт эше асҡандар. Ҡыҙҙың атаһы иһә, никах урамда асыҡ аралашыу өсөн генә тип белдерә, йәнәһе, ул Камилаға 16 йәш тулғансы йәштәр айырым йәшәйәсәк тигән шарт ҡуйған. Шул уҡ ваҡытта медицина экспертизаһы ҡыҙҙың енси тормоштан йыраҡ тороуын асыҡлаған.
Хәйер, хоҡуҡ һаҡлау органдарының был ваҡиғаға ҡарата үҙ фекере һәм улар енәйәт эшен ябырға уйламай.
Ә һеҙ, хөрмәтле уҡыусылар нисек уйлайһығыҙ: “язаларға ярамай, ярлыҡарға”мы, әллә “язаларға, ярамай ярлыҡарға”мы?
Фото: img.anews.comhttps://bash.rbsmi.ru/articles/m-kh-bb-t-ba-sa-y/Imam-bala-a-yl-n-ya-an-13629/
Читайте нас: