Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ноябрь 2019, 23:30

Ер күтәрмәгән шул...

Пенза ҡалаһында була был фажиғәле хәл. Аустрин урамында магазин алдындағы парковкала ер убылған.

Һәм шул урында туҡтап торған “Ларгус” машинаһы ер аҫтына төшөп киткән. Машинала ике кеше булған, улар ишекте аса алмаған. Ә убылған ер күҙ асып йомған арала эҫе һыу менән тулған һәм машина эсендәгеләр ҡайнар һыуға бешеп үлгән.

Машинаны кран менән тартып сығарғандар ҙа ул, әммә һуң була шул. Ер ишелгән урында йылылыҡ трассаһы булғандыр, тип фаразлайҙар.

Фото интернет селтәренән.
Читайте нас: