Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ноябрь 2019, 18:50

Егәлгәлә милли парк асыласаҡ

Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сигендә урынлашҡан Көнъяҡ Уралдың иң бейек һәм һуҙылған тау һырты Егәлгәлә милли парк асыла.

Ул “Егәлгә” милли паркы тип аталасаҡ. Был ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған. Яңы парк "Экология" милли проекты сиктәрендә тәүге айырыуса һаҡланған биләмә буласаҡ.
Ил Хөкүмәте Рәйесе әйтеүенсә, яңы милли парк төҙөлөүе туризмды үҫтереүгә килтерәсәк. Ул ғына ла түгел, юғалып барған үҫемлек һәм хайуандар донъяһын һаҡлап ҡалыуға ла булышлыҡ итәсәк.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Eg-lg-l-milli-park-asilasa-14947/
Читайте нас: