Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Ноябрь 2019, 09:35

Ярай әле, үҙҙәре иҫән...

Борай ауылында йәш ғаиләнең йорто 13 ноябрҙә, янғын сығып, көл-күмергә әүерелгәйне. Ҡазаның эҙемтәләре ҙур, әлбиттә. Шулай ҙа йәштәргә төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, бәхеткә ҡаршы, барыһы ла иҫән

Күҙ асып йомған арала йортһоҙ, документтарһыҙ, йәшәү өсөн бөтә кәрәк-яраҡһыҙ тороп ҡалыуҙы кисереү ауыр, әлбиттә. Әсәне йөрәк өйәнәге менән дауаханаға оҙаталар. Бер нисә көндән һуң хәле тотороҡлана. Дүрт йәшлек улдары үҙен һәйбәт тоя.
Ғаилә башлығы Альберттың әйтеүенсә, ул инде йоҡларға ятҡан була. Ҡатыны йорт эштәре менән шөғөлләнгән. Янғындың нисек башланыуын бер кем дә һиҙмәй. Верандала ниндәйҙер тауыш сыҡҡанын ишетеп, Ильвира ишекте асһа, ялҡындың бөтә донъяны ялмауын күрә.
- Мин тәүҙә янғынды үҙем һүндерергә тырышып ҡараным, тик ҡул-аяҡтарҙы ғына яндырырға өлгөрҙөм. Тырышлыҡтың файҙаһыҙ икәнлеген күреп, ғаиләмде ҡотҡарырға ташландым. Улымды тәҙрә аша сығарғас, ҡатыныма ярҙам иттем, - тип һөйләй Альберт.
Янғын кредитҡа алынған өр-яңы йорт йыһаздарын, келәм, кейем-һалымды юҡ итә, өҫтәүенә ғаиләгә етмеш мең һумлыҡ кредитты түләйһе бар.
- Ғәжәп, ниндәйҙер мөғжизә менән ҡатынымдың ике картаһы ятҡан визитницаһы утҡа эләкмәгән. Телефонда сим-карта һаҡланған, исмаһам, шылтыратырға булыр. Нимә кейгәнбеҙ, шул көйө урамға йүгереп сыҡтыҡ, Ильвира яланаяҡ ине... - тип хәтерләй ғаилә башлығы.
Әлегә Нуртдиновтарҙы туғандары үҙенә һыйындырған. Йәштәргә ярҙам кәрәк, ваҡытлыса йәшәү өсөн торлағы ла, төҙөлөш материалы ла. Урындағы власть етәкселәре лә ғаиләне ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ тип уйлайбыҙ, бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй шул. Социаль селтәрҙә средстволар йыйыу тураһында иғлан бирелгән. Кеше ҡайғыһына битараф булмағандар, шөкөр, бар. Нуртдиновтар уларҙың һәр береһенә рәхмәтле. Хәҙер тормошто уларға өр-яңынан ҡорорға тура киләсәк.
Марат Ахунов фотоһы.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Yaray-le---re-i-n-12748/
Читайте нас: