Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Ноябрь 2019, 18:20

"Стәрлебаш шишмәләре" район гәзитенә яҙыл, алдыр һәм уҡы!

Бәләкәй саҡтан уҡ хат ташыусыны көтөп, уның ҡаршыһына йүгерә-йүгерә барып, хат һәм гәзит-журналдарҙы алып, түҙемһеҙләнеп гәзиттең һәр битен ҡарап сыға торғайныҡ. Был үҙенә күрә бер йолаға, күңелле ваҡиғаға әүерелә торғайны, тиһәк тә була.

Ғаилә ағзаларының һәр ҡайһыһы яңы һанды беренсе ҡулына эләктереп, тиҙерәк күҙ йүгертеп сығырға тырышты. Был күренеш әле лә бик күп ғаиләләргә таныштыр. Ә инде район гәзите туранан-тура һин йәшәгән төбәктең тормошон сағылдырыуы, эргә-тирәңдәге кешеләрҙең тормошон яҡтыртыуы менән үҙенсәлекле һәм ҡәҙерле.
Ә бына “Стәрлебаш шишмәләре” район гәзитенә халыҡ нисек яҙыла икән? Бөгөн гәзиткә нисек яҙылыуҙарын белер өсөн Күндерәк почта бүлексәһенә юл тоттоҡ. Был бүлексә Күндерәк, Табылды һәм Шәкәр ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Гәзитте халыҡҡа таратыуҙа хат ташыусыларҙың да роле ғәйәт ҙур. Кәрәк икән өйҙәренә барып яҙҙыртыу, гәзит “эҫе” саҡта уҡыусыларға алып барып биреү гәзит алдырыусы өсөн бик мөһим. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, ауыл кешеһе, айырыуса өлкән йәштәгеләр күрше ауылға йәки район үҙәгенә барып газ, электр уты өсөн түләй алмай. Шуға ла бында ла хат ташыусылар ярҙамға ашыға. Улар халыҡтан түләүҙәрен йыйып, почта бүлексәһенә алып барып түләй, кәрәк икән, көндәлек кәрәк-яраҡтарын да алып ҡайта. Шуға ла йүгереп йөрөп “Стәрлебаш шишмәләре”нә яҙҙыртыусы был һөнәр эйәләренә, атап әйткәндә Күндерәк почта бүлексәһе етәксеһе Рәйсә Исмәғилева, хат ташыусылар Фәрзәнә Байғужина һәм Ғәлиә Звягинцеваларға беҙ һәр ваҡыт рәхмәтле. Бөгөн йөрөүебеҙҙең һөҙөмтәһе лә юҡ түгел, кешеләр гәзиткә яҙыла, кемдер ташламалы хаҡҡа яҙылып булған ун көнлөктө көтә. Күндерәк һәм Табылды ауылдарынан бына ул бөгөнгө яҙылыусыларыбыҙ: А.Байғужин, М.Галаева, А.Петрова, М.Рахманғолова, Г.Илмәтова, М.Туҡтарова, Ф.Вахитова, Р.Латыпов, Д.Вахитов, Шәкәр ауылынан Н.Алтынбаева.
Гәзитебеҙгә яҙылып, уҡығанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә. Шуны ла хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кемдәр гәзиткә яҙылған, квитанцияларығыҙҙы редакцияға хат аша йәки шәхсән килтереүегеҙҙе һорайбыҙ. Сөнки оҙаҡламай беҙҙә бүләк уйнатыуҙар башлана. Флешмоб акцияһы ла дауам итә. Шарттар ябай: гәзит, квитанция менән фотоға төшөп, беҙгә ебәрегеҙ. Беҙ фотоғыҙҙы сайтҡа һәм төркөмдәргә ҡуябыҙ һәм иң күп "лайк" йыйған фотоның хужаһы еңеүсе була һәм сүпер бүләк - сәйнүк отасаҡ.
Дөйөм алғанда, был ауылдарҙан бик ҡәнәғәт ҡайттыҡ. Сөнки беҙҙең тоғро гәзит уҡыусыларыбыҙ бар әле, улар гәзитебеҙҙе яратып уҡыуҙарын һәм элекке кеүек үк көтөп алыуҙарын әйткәс, икеләтә шатландыҡ. “Стәрлебаш шишмәләре” гәзитен алдырыусы ауылдарға барып унда йәшәгән егәрле, үрнәкле, матур донъя көтөүсе ғаиләләр, оҫталар, йүнселдәр, ғөмүмән, үҙенсәлекле кешеләр хаҡында ла мәҡәләләр яҙыуҙы маҡсат итеп ҡуябыҙ.
Читайте нас: