I-II класлы ҡалдыҡтар ( аккумулятор, терегөмөшлө лампалар, термометрҙар, батарейкалар) менән эшләүсе федераль оператор билдәләнде. Был эште хәҙер «РосРАО» федераль дәүләт унитар предприятиеһы башҡарасаҡ. «Экология» милли проекты сиктәрендәге «I һәм II класлы хәүефле ҡалдыҡтар менән эшләүҙең инфраструктураһы» федераль проекты был ҡалдыҡтарҙың берҙәм иҫәбен алып барырға, контролдә тоторға , уларҙы зарарһыҙландырыуҙа базалы инфраструктура булдырырға мөмкинлек бирә.
«Росатом»» атом энергияһы буйынса дәүләт корпорацияһының сәнәғәт ҡалдыҡтары менән эш итеү , экологик мөхиткә зыян килтерелгән биләмәләрҙе тергеҙеү менән шөғөлләнгән «Рос РАО» ойошмаһы зарарлы ҡалдыҡтарҙы йыйылған урынынан алып эшкәртеләсәк урынға килтереүҙе, зарарһыҙландырыуҙы, утилләштереүҙе, иҫәп алып барыуҙы тулы контролдә тотасаҡ.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Energosberegayka-lampochkani-kem-eshk-rt-13817/