Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Ноябрь 2019, 12:35

Ошо ерҙән, ошо тупраҡтан беҙ!

Пермь крайы Елпачиха ауылында күренекле ғалим, биология фәндәре докторы Әсхәт Моҡатановҡа таҡтаташ асылды. Әсхәт Хатмулла улы 1936 йылда ошо ауылда тыуған. Ул тупраҡ өйрәнеү буйынса билдәлелек яулаған ғалим. Был темаға 300-ҙән ашыу фәнни эш яҙған. Диссертациялары Көнъяҡ Уралда таулы тупраҡ өлгөләрен өйрәнеүгә бағышлана. Сығышы менән ул ғәйнә башҡорттары ырыуынан.

Елпачиха ауылында “Сығышы менән Пермь еренән билдәле рәсәйҙәр - ғәйнә башҡорттары” тигән исем аҫтында фәнни-ғәмәли конференция ла үтә. Осрашыуҙа Пермь крайы Губернаторы хакимиәте эске сәйәсәт департаменты, Барҙа районы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре,

тарихсылар, краеведтар, тел белгестәре ҡатнаша. Ғәйнә башҡорттарынан билдәле шәхестәр, ғәйнә ырыуының генетик килеп сығышы, тел үҙенсәлектәре, төнъяҡ-көнбайыш башҡорттарының үҙбилдәләнеше кеүек темалар яҡтыртыла.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: