Баштүбән килеш уҡ атып халыҡты шаҡ ҡатырған, һауала туҡымала, түңәрәктәрҙә аҫылынып төрлө трюк башҡарған, һығылмалылығы менән һөйәкһеҙ тойолған зифа буй-һынлы һылыу ҡыҙ, былтыр ярты йыл Көньяҡ Кореяла контракт буйынса эшләгәндән һуң, июндән Һиндостанға китте – килешеү шулай уҡ ярты йылға төҙөлгәйне. Унан һуң Лилиәне Бруней дәүләтендә һәм Ҡытайҙың көньяғындағы Макао административ районында ла көтөп алдылар. Беҙ унан сәйәхәттәрҙән алған тәьҫораттары менән бүлешеүен һорағайныҡ, минең контракттар һәр саҡ мажаралар, ҡаңғырыҡ менән башлана, тип көлдө ул:
– Мәҫәлән, Көньяҡ Кореяла сәхнә кейемдәрем, кәрәкле әйберҙәрем ятҡан сумаҙаным юғалды. Авиакомпания хеҙмәткәрҙәре, эҙләп табасаҡбыҙ, тип вәғәҙә итте, әммә ике генә көндән! Ә минең икенсе көндө үк шоу башланып, унда бөтә етәксе лә килеп, сығышымды ҡарарға тейеш ине. Һөҙөмтәлә бөтә командабыҙ менән миңә кейем әҙерләп, макияж эшләп, прическа яһап мәж килдек. Шөкөр, тамаша шәп үтте!
Брунейҙа иһә самолет туҡтау менән мине аэропорттан репетицияға алып киттеләр. Ике тәүлек дүрт “пересадка” менән самолетта осҡандан һуң! Репетиция үткәс өс сәғәт тын алырға форсат бирҙеләр ҙә комиссия алдында сығыш яһарға тура килде, ә кисен – шоу! Унда Брунейҙың принцы ла ғаиләһе менән килде. Шундай арығайным, йонсоп бөткәйнем, хәлдән тайған килеш автоматта сығыш яһаным.
Һәр илдең үҙ мәҙәниәте, менталитеты. Урындағы халыҡ менән аралашып, бик күп яңы нәмә белеп ҡалаһың, аң офоҡтары киңәйеп киткәндәй тойола. Рәсәйҙән икәнемде белгәс, кешеләр ныҡ аптырай: “Нисек инде Һеҙ Рәсәйҙән?! Бер ҙә оҡшамағанһығыҙ!” – тиҙәр. Илебеҙҙә бик күп милләт йәшәгәнен, уның составында Башҡортостан Республикаһы барлығын, үҙемдең башҡорт икәнемде аңлатам.
Бөтә ил араһынан иң ҡыҙығы Һиндостанда эшләү булды. Унда беҙ күпселектә һинд туйҙарында ҡатнаштыҡ. Туйҙар киң ҡолас менән үтә – күмәк бейеүҙәр, дәртле йыр-моң, сәскәләр даръяһы! Бер һүҙ менән әйткәндә, бик матур!
Кореяла аҙыҡ оҡшаны, һаманғаса һағынам. Һиндостанда, киреһенсә, ашамлыҡтары бөтөнләй күңелгә ятманы. Ярай әле емеш-еләктәре ашап туйғыһыҙ тәмле һәм арзан ине.
Йәшәү өсөн иң уңайлы ил, минеңсә, Корея. Унда бар нәмә кешеләрҙең уңайлылығы өсөн эшләнгән, тыныс һәм еңел йәшәргә шарттар тыуҙырылған. Иң тыныс һәм хәүефһеҙ ил – Бруней: мосолман илендә шәриғәт ҡанундары хакимлыҡ итә, спиртлы эсемлектәр һәм тәмәке һатыуҙа булмағас, эсеп, тартып йөрөгән әҙәм дә юҡ.
Лилиә үҙенең сығыштары өсөн идеяларҙы интернетта эҙләп таба, ҡай саҡ тренерҙар, етәкселәр ҙә ярҙам итеп ебәрә. Номерҙарҙың күплегенә, төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан, тамашасы уның баштүбән килеш уҡ атыуын ныҡ ярата, гел шуны күрһәтеүен һорайҙар. Өс йыл элек тыуған “Амазонка” исемле номер бына шулай оҙон ғүмерле булып сыҡҡан. Сығыш яһағанда кейгән кейемдәре, музыкаһы алмашынып торһа ла, номерҙың айышы шул килеш ҡала.
Алсаҡ һәм көләс башҡорт ҡыҙы ҡайҙа сығыш яһаһа ла, уға, әлбиттә, ғашиҡ булмай ҡалмайҙар. Ябыҡ холоҡло, үҙҙәренең хис-тойғоларын белдереп бармаған Корея һәм Ҡытай ир-егеттәренән айырмалы рәүештә, Һиндостандыҡылар Лилиәгә сикһеҙ һөйөүҙәре менән ябырыла ла ҡуя.
– Уларҙа хис-тойғолар ташҡынын йәшереү юҡ, – ти Лилиә. – Шоуҙан һуң юлды ябып, һәр береһе фотоға төшөргә, селфи эшләргә тырыша. Ә бит улар күп! Менеджерҙарыбыҙ ярҙамға килеп, мине һырып алыусыларҙан аралап, алып ҡаса торғайны. Һиндостандағы шоу “shooting star” тип аталды: бер туҡтауһыҙ төрлө яҡҡа кинәт өйрөлөп торған бейек ҡолғаға менәһең дә шунда өйрөләһең, трюктар яһайһың. Халыҡ “аһ” итә. Ҡолғанан төшөүең була, шунда уҡ телефондарын тотоп, уратып та алалар. Мин кешегә ҡаты бәрелә алмайым, бергә фото төшөргә теләгәндәрендә баш тартыуы ҡыйын, айырыуса балалар сиратҡа баҫһа. Ә берәүһе менән төштөң икән, артабан был эш 3–4 сәғәткә һуҙыла, күҙ алдына килтерәһегеҙме? Һәм һәр береһе менән йылмайып төшөргә кәрәк. Һиңә ял итергә лә форсат ҡалмай, сөнки сираттағы сығышыңа әҙерләнергә ваҡыт етә. Ғәҙәттә, менеджер мине етәкләй ҙә, икенсе ҡулы менән халыҡты йыра-йыра, гримеркаға йүгертә торғайны. Шунһыҙ бер нисек тә ҡотолормон тимә. Һиндостанға гимнастка булып эшләргә барһам да, һөҙөмтәлә бейеүсе лә, музыкант та, “фонтан” да, балерина ла, сәскә һыны ла булырға тура килде, бассейнда һыуһылыу ҙа булып йөҙөп йөрөлдө (һиндтарҙың фантазиялары бик бай).
Алдан әйтеүемсә, һинд туйҙары – иҫ киткес, онотолмаҫлыҡ күренеш. Миллион сәскә, затлы һарайҙар, төрлө шоу, тонналарса ашамлыҡ, биҙәлгән филдәрҙә – кейәү ултырған көймә, барыһы ла милли кейемдә, бөткөһөҙ салют – ғаилә ҡороу тантанаһы шулай ҙурҙан ҡубып уҙғарыла. Туйҙарҙа ҡатнашҡанда эшләгән дә һымаҡ булманым, әйтерһең дә, ял иттем. Бына шулай үтте сит илдә эш.
Һәр ҡайҙа ла уңышлы сығыш яһаған милләттәшебеҙ Лилиәнең әле бараһы илдәре, гиҙәһе ерҙәре әллә күпмелер. Шуның араһында, гүзәллекте ас, кинәнеп йәшә, тигән һылыуҡай Башҡортостаныбыҙ буйлап та сәйәхәт итергә өлгөрә. Шәп ҡыҙ, ни тиһең!
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/mahsus/g-z-llekte-as-kin-nep-y-sh-/