– Ана, дуҫыңды ҡара, һуғыша! – тип шарылданы ул минең танышҡа. – Бар, туҡтат алкашты!
– Эйе шул, һеҙҙең арағыҙға ғына ҡыҫылмағаным ҡалғайны, – танышым “һе” тине. – Үҙегеҙ асыҡлағыҙ.
– Ағаҡай, зинһар, – ҡыҙсыҡ иламһыраны. – Атайым ултырғыс менән һуғыша!
– Ой, аллам, – танышым, теләр-теләмәҫ кенә уларҙың өйөнә ыңғайлап, миңә ҡараны. – Көтөп тораһығыҙмы?
– Бергә инәйем, йә ярҙам кәрәк булыр, эскән кешенән ни көтөрҙө лә белеп булмай, – миңә һәр саҡ бөтәһенән дә күберәк кәрәк тә инде, машинаны юлдан ситкә сығара һалып, артынан ашыҡтым.
Ҡупшы йортҡа, төҙөк, ипле ихатаға ҡарағанда, бында эскән кеше йәшәйҙер, тип башыңа ла индермәҫһең – һәр ҡайҙа ла уңған, оҫта хужаның ҡулы тойола. Өй эсе иһә ҡалма менән ҡаршы алды: әрмәктәр туҙышҡан, биҙрә ҡабырғаһына аунаған, өҫтәл эргәһендәге иҙәнгә һауыт-һаба, аҙыҡ сәселгән, тупһа янында – емерелгән табурет.
– Һин нимә, Марат*, янъял ҡуптараһың? – танышым өйгә ингәс тә, бер ни булмағандай, йылмайып-көлөп табуретты алды ла аяҡтарын төҙәтеп ҡараны. – Һиңә мунсаңа әҙер утын.
Марат тигәндәре, ҡаҡса кәүҙәле йәш ир, өҫтәл артынан тороп, һаҫыҡ еҫтәр борхолдатып ҡаршы килде:
– Ҡайҙа, бәлки, йүнәтеп булыр.
Ултырғысты әйләндереп-тулғандырғас, аяҡ аҫтына төшөрҙө:
– Мда... Булмаҫ...
Күҙгә ҡарамай ғына һаулыҡ һорашты:
– Үтегеҙ, тип әйтә алмайым, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ...
Шул мәлдә артыбыҙҙан ҡатыны менән ҡыҙы етәкләшеп килеп инделәр.
– Сусҡа! – бисәкәй инеү менән ҡысҡырырға тотондо. – Ҡалдығыңды эскер! Ҡаҙалып киткер!
Ҡарашын беҙгә йүнәлтеп:
– Өсөнсө көн эсеп ята, – тине лә ҡабаттан иренә япһарылды. – У-у, ата сусҡа! Хәйер, һин ниндәй ата сусҡа? Һин ата түгел, һин алашар – евнух, импотент несчастный! Һин ир түгел, сөнки һинеке тормай!
Ҡатын ҡыҙынан да, беҙҙән дә тартынып тормай, иренең нимәһе тормағанын исемләп әйтте. Хужа ағарҙы, ә мин ҡып-ҡыҙыл булдым. Марат, йоҙроғон төйнәп, ҡатынына киҙәнде:
– Үлтерәм хәҙер!
Ҡыҙсыҡ “сырр” итеп ҡалды ла әсәһенең артына йәшеренде. Ҡатын, үлтерелерен көтөп тормай, әлеге лә баяғы емерек табуретты алып, иренә бәрергә әҙерләнде:
– Үлтереп ҡара!
– Марат, әйҙә, сыҡтыҡ, – танышым ипләп кенә хужаның терһәгенә ҡағылды, – урамда көн һәйбәт, әйҙә.
Тыныслана алмай әрләшкән ҡатынды ҡалдырып, урамға сыҡтыҡ. Ҡапҡа тышына сыҡҡас, ирҙәр тәмәке ҡабыҙҙы, мин хушлашып, ҡайтырға ашыҡтым. Матур йорттағы йәмһеҙ күренеш йөрәкте тулатты ғына.
Икенсе көндө лә был ваҡиғаны онота алмай, «Бәйләнештә»ге танышымды эҙләп таптым. Ул онлайнда күренгәс тә, шылтыратып, кисерештәрем менән уртаҡлаштым, хәлдең ни менән бөтөүен һораным.
– Шул килеш. Гонаһҡа ғына батырыр инде ул Маратты, – танышым көрһөндө. – Уның тураһында насар уйламағыҙ, яҡшы егет, ҡатынынан уңманы... Былтыр машинаһында аварияға осрағайны. Шунан һуң енси проблемалары башланған. Ғәйепле түгел дә инде хәлдең шулай булғанына. Һорап алған сире түгел. Ә Галяһы, унан кесерәк дәртле ҡатын, асыҡтан-асыҡ тиерлек өҫтөнән йөрөргә керешкән. Йәнәһе лә, һинеке тормағас, тулы хоҡуғым бар. Мараттың эшкә китеүе була, Галя ҡыҙын әсәһенә алып барып быраҡтыра ла үҙе кәйеф-сафа ҡорорға тая. Ҡайһы ир быға түҙһен? Марат енләнһә, Галя ҡыҙын ҡалҡан кеүек икәүһе араһына ҡуя ла үҙе иренең тетмәһен тетә. Ну, үҙең күрҙең, ниндәй яһил икәнен. Йылан аяғын киҫкән бисә ул. Был юлы ла Марат буш өйгә ҡайтып ингәс, эсе бошоп эсергә тотонған. Ул эсеп ятҡас, эше лә тора, Галя ла бер ҡайҙа ла сығып китә алмай. Шуға ла утҡа май һирпеп, талаш ҡуптарған...
Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, тип белмәй әйтмәгәндәр. Галяның әсәһе шундай уҡ ғауғасыл, күршеләре биҙрәп бөткән.
Галя мәктәпте тамамлағас та, Маратҡа кейәүгә сыҡты. Етеш ғаиләлә үҫкән, юғары белемле тырыш егет өйләнмәҫ борон уҡ атаһы менән бергә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнде, нишләп сыҡмаҫҡа, ти?! Кәләшен ана ниндәй ҙур, күркәм йортҡа алып ҡайтты. Ҡыҙҙары тыуғас, Марат Галяға машина бүләк итте. Үҙе лә ғәйепле инде, уны үтә шаштырҙы. Уйлап ҡараһаң, Галяның йүнле белеме лә юҡ, ни бары ун бер синыф. Исмаһам, берәй курс та бөтмәгән. Ә Марат – ҡыҙыл дипломлы белгес, башлы егет. Тик, Галяға ғашиҡ булғас, аҡыллымы икән, тип аптырап та ҡуям. Һәйбәт ҡыҙҙар бөткәйнеме ни уға...
– Һылыу бит, – уның ҡиммәтле монологына үҙемдең биш тинде ҡыҫтырам. – Ир-егеттәр сибәр ҡыҙҙы күрһә, башын юғалта.
– Бер матурлығын да күрмәйемсе, аҡыра башлаһа, ҡурҡып ҡасырһың.
Мин уның менән яртылаш ҡына ризалашам, сөнки Галя ысынлап та матур ҡатын. Нәҙек кенә билле, текә янбашлы һылыуҙың иҙеүен тишеп сығып барған тулы күкрәктәре генә лә теләһә ниндәй ирҙең башын әйләндерер, йоҡоһон урлар, нәфсеһен аҙҙырыр. Ҙур күҙҙәрен оҙон керпектәр ҡаймалаған. Ирендәре нәҙегерәк инде, ләкин танауы ниндәй ҡупшы, төҙ! Ирешкәндә лә бер ҙә һылыулығын юғалтмай. Шуға ла Мараттың уға ғашиҡ булыуына бер ҙә ғәжәпләнмәйем.
– Галяның юғары белеме булмаһа ла, хәйләгә башы етә әле ул, – тим.
– Ниңә улай тиһегеҙ? – танышым фекеремә әле төшөнөп етмәй.
– Ғәҙәттә, ир менән ҡатын ирешкәндә, сүп-сарҙы өйҙән сығармаҫҡа тырыша, – тип сабыр ғына аңлатам уға. – Ә Галя, киреһенсә, ире менән талаш ҡуптарғанда, мотлаҡ был турала бар донъяға яр һала. Ниңә, тип уйлайһығыҙ?!
– Ммм, – танышым, ниһайәт, төшөндө, шикелле. – Галя, ирем миңә янай, һуғыша, тип полицияға ғариза ла яҙған...
– Ул бит ирен күрәләтә эскегә һабыштыра, уны элмәккә этәрә. Һәм үҙенең аҙғынлығына аҡлау ҙа таба. Йәнәһе лә, белегеҙ, мин ерле-юҡтан иремә хыянат итмәйем, сәбәбе бар. Ирҙәр менән иркенләп сыуалырға сәбәп.
– Марат ғәрлегенән үҙ-үҙенә ҡул һалһа, елле өй, ҡутарғанса техника, әллә ни ҙур булмаһа ла, төшөмлө бизнесы ҡатынына тора ла ҡала, – тип танышым минең фекерҙе дауам итә. – Аҙаҡ берәй йәш егеттең башын әйләндереп, шуға кейәүгә сығыр ҙа рәхәтләнеп йәшәр ҙә китер.
– Ә уға, һылыу ҡатынға, өйләнергә ымһынған ир заттары донъя буласаҡ. Ҡыҫҡаһы, Маратты ҡотҡарырға кәрәк!
– Нисек уны ҡотҡараһың?
– Нисек менән бергә! Һөйләшегеҙ. Башын ашамаҫ борон, айырылһын ул ҡатындан, – мин үҙем айырылышыуҙарға ҡырҡа ҡаршымын, әммә был осраҡта шунан да яҡшыраҡ әмәл юҡ кеүек.
– Айырыла икән, ти...
– Ата-әсәһенә барығыҙ. Улар менән бергә кәңәшләшеп эш итегеҙ, – ғүмерҙә бер генә күргән Маратты ҡотҡарыр өсөн бар көстө һалғы килде. – Һеҙ дуҫтар бит, ҡотҡарығыҙ иптәшегеҙҙе.
– Әллә тағын ... – танышым миңә ҡарағанда реалист, ахыры, ниәтемә ышанып бөтмәй. – Фәтүә булырмы икән?
– Буламы-юҡмы, аҙаҡ күренер.
– Марат бөтөнләй яңғыҙ ҡалһынмы?
– Өйләнергә иткән уңған ир-егеттәр һис ҡасан яңғыҙ ҡалмай. Үҙем булһа ла ҡатын эҙләп табышырмын.
“Эҙләп табышырмын” тип ҡыҙып кителде инде, ләкин әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Кешенең шәхси тормошона ҡыҫылыуын ҡыҫылабыҙ ҙа бит, ҡайҙан уға яҡшы холоҡло гүзәлде эҙләп табырға, ул теләһә кемгә өйләнмәҫ, Галя һымаҡ һылыуға ғына риза булыр, тип байтаҡ аптырашта йөрөлдө...
Шөкөр, беҙ ҡыҫылып өлгөрмәнек: күп тә үтмәй, Мараттың әсәһе менән апаһы килеп, килендәрен елтерәтеп ҡыуып сығарғайны инде. Сабырҙарҙың түҙемлектәре шартлап һынһа, ҡоторғандарҙан яман – был факт. Әле Марат ни хәлдәлер, әйтә алмайым. Әммә үҙ бәхетен табыр кеүек. Донъя көтөргә шәп булдыҡлы ирҙәргә ҡытлыҡ кисергән заманда, ҡатын-ҡыҙҙар уны оҙаҡ яңғыҙ йөрөтөп ҡуйыр тиһегеҙме?!
* Исемдәр үҙгәртеп алынды.