Стэрлебаш шишмэлере
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Ноябрь 2019, 13:55
Ете йыл бәхет күрмәйәсәкһең...
Белорет ҡалаһындағы Түбәнге ауыл биҫтәһендә йәшәгәндәр күрше этенең яҙмышы өсөн борсола.Хужа оҙаҡ йылдар йәшәгәндән һуң Санкт-Петербург ҡалаһына күсеп китә. Ул йортон һатҡанда һатып алыусы менән был өйҙә йәшәгән хайуандарҙы ҡалдырыу тураһында ла килешә. Яңы хужабикә һары этте үҙендә ҡалдырырға ризалаша, а ҡараҡайҙы башҡа кешегә урынлаштыралар. Хужабикә иһә йортҡа күсеү менән һарыбайҙы урамға сығарып ташлай.
Хәҙер был меҫкен биҫтә буйлап тегеләй-былай һуғылып йөрөй, күп ваҡыт элекке йорто эргәһендә ултыра. Әле күршеләре уны ашата, үҙҙәренең эте булғас, индерә алмайҙар икән. Бөтәһе лә меҫкенде кире индереүен һорап, яңы күршегә мөрәжәғәт иткән, әммә ҡатын был хаҡта ишеткеһе лә килмәй.
Бер айҙан яңы хужаларҙың йортонда фажиғә була – мунсалары яна. Күршеләре иһә уға: “Һине тормош хөкөм итә! Ҡурҡмайһыңмы?! Рәнйеше төшә! Хайуанды йорттан ҡыуып сығарғаның өсөн ете йыл бәхет күрмәйәсәкһең”, – тип уның йөҙөнә бәреп әйтә.
“Ул кешеләрҙе ишетмәй. Яҡлауһыҙ хайуанға ҡарата мөнәсәбәте өсөн уға бөтә ҡала алдында оят булһын. Бәлки, мәрхәмәтле кешеләр табылып, һөйкөмлө этебеҙгә хужа табылыр. Һыуыҡтар башланды, ә ул өйө эргәһендә ҡарҙа ята”, – тип яҙғандар социаль селтәрҙә.
Әлбиттә, ҡатындың ҡылығын аҡлап булмай, әммә шәхси йорттарҙан торған ҙур биҫтәлә бер эткә генә урын табырға мөмкиндер бит. Халыҡ әйтмешләй, берәү янына икәү ҙә һыя ул.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ete-yil-b-het-k-rm-y-s-k-e-8845/
Читайте нас: