Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Ноябрь 2019, 21:50

Янғындан нисек һаҡланырға?

Статистикаға ярашлы, һыуыҡ көндәр башланып, йылытыу миҙгеле етеү менән янғындар һәм унда һәләк булғандар һаны бермә-бер арта. Электр йылытҡыстарын дөрөҫ файҙаланмау, электр селтәренә ҙур көсөргәнеш булдырыу янғын сәбәбенә әүерелә. Тимәк, кешеләр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә етди ҡарамай, ябайыраҡ итеп әйткәндә, уларҙы үтәмәй.

Ошо көнгә ҡарата республика­ла бөтәһе 10332 янғын тер­кәлгән, уларҙа 229 кеше һәләк булған.

Күптән түгел генә республиканы ҙур фажиғә тетрәндерҙе. Тә­тешле районында булған төнгө янғында 1990 йылғы ҡатын, уның ете һәм ике йәшлек сабыйҙары янып үлде, өс өлкән ир йәрә­хәтләнеп, дауаханаға оҙатылды.

Урынға республиканың Ғәҙәт­тән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр ми­нистрлығының Баш­ҡортостан буйынса Баш идара­лығы начальнигы урынба­ҫары Виталий Барзайкин, министрлыҡ ҡарама­ғындағы Күҙәтеү эшмәкәр­леге һәм иҫкәртеү эше идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Горин барҙы. Янғындың сәбәптәрен асыҡлау өсөн урында тәфтиш-оператив төркөм, белгестәр һәм тәүтикшереүселәр эшләне.

Был хәл тураһында Башҡорт­остан Башлығы Радий Хәбиров та социаль селтәрҙәге сәхифә­һендә яҙып сыҡты.
“Беҙ үлемде кәметеү буйынса планға ярашлы эшләйбеҙ, тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар. Тик бөгөн Тә­тешле районында сыҡҡан ҡурҡы­ныс янғын тетрәндерҙе – ике бала, уларҙың әсәһе һәләк булды, дүрт кеше йәрәхәтләнде. Башҡа күп осраҡтарҙағы кеүек, янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡотҡара алыр ине. Уларҙа ошондай ҡулайлама булған, тик ғаилә башҡа урында – яңы өй һалғансы туғандарында йәшәгән”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Республика бюджеты иҫәбенә йорттарҙа 103845 ҡулайлама ҡу­йылған. Биш йыл эсендә тағы 200 меңдән ашыу прибор ҡуйыласаҡ. Улар ярҙамында быйыл ғына 291 кеше, шул иҫәптән 126 бала ҡот­ҡарып алып ҡалынған. Был ҡулай­лама күп кенә категория граждандары өсөн бушлай бире­лергә тейеш. Һатып алырға ла мөмкин, ул ни бары 250 һум самаһы тора. Хаҡы булмаған ғүмерҙе һаҡлау өсөн күп тә түгел бит.

Хөрмәтле республика халҡы! Ян­ғын тигән ҙур бәләнән һаҡла­ныу өсөн республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт коми­теты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙә­ләренә иғтибар итергә һәм уларҙы бер һүҙһеҙ үтәргә саҡыра. Бына улар:
– асыҡ ут сығанаҡтарын – шырпы, зажигалка, шәм, тоҡанды­рылған тәмәкене һаҡ ҡулланығыҙ, ятҡан ерегеҙҙә тәмәке тартмағыҙ;

– тиҙ тоҡаныусан предметтар һәм материалдар менән эшлә­гәндә ут яндырмағыҙ;

– электр селтәренә ҙур көсөр­гәнеш яһамағыҙ, электр ҡора­мал­дарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, улар­ҙы балаларға ышанып ҡалдырмағыҙ;

– изоляцияһы зыян күргән электр үткәргесен, үҙегеҙ эшләгән йылытыу һәм ҡыҙҙырыу ҡора­малдарын файҙаланмағыҙ;
– сатнаған урыны булған, ишеге эшләмәгән мейестәрҙән һәм каминдарҙан файҙаланмағыҙ, асыҡ ишекле мейескә яҡмағыҙ.

Мейес алдына 50-гә 70 сантиметрлы йоҡа тимер ҡағығыҙ;

– мейесте артыҡ ҡыҙҙырмағыҙ, эҫе мейестә утын, кейем һәм башҡа материалдарҙы киптер­мәгеҙ;

Бәләкәй балалары булған ата-әсәгә айырым мөрәжәғәт итәбеҙ. Балаларҙы бер ҡасан да ут, шырпы, зажигалка менән уйнатмағыҙ. Еңел янып китеүсән материалдар һәм шыйыҡсаларҙы балаларҙың буйы етмәгән урында һаҡлағыҙ. Уларға ут яғырға һәм уны ҡарап торорға ҡушмағыҙ.

Бөгөн кешеләрҙе янғындан ҡотҡарыусы иң файҙалы сара – үрҙә телгә алған янғын тураһында иҫкәртеүсе автономлы ҡулай­лама. Ул янғын сығыу менән төтөн еҫен тоя һәм ныҡ тауыш сығарып сырылдап кешеләрҙе иҫкәртә.

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлай. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/yan-yndan-nisek-a-lanyr-a-/
Читайте нас: