Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Ноябрь 2019, 12:46

Тәғәйенләүҙән баш тарталар

Рәсәй халҡының өс процентына страховка пенсияһы тәғәйенләмәйҙәр. Сәбәбе – страховка стажының йәки пенсия балының етмәүе.

Был мәсьәлә менән, ғәҙәттә, рәсми эшләмәгән кешеләр осраша. Уларҙың эш биреүселәре, тимәк, Пенсия фондына иғәнә күсермәгән. Пенсия йәшенә еткәс, кеше страховка пенсияһын юллай, әммә уны түләүҙән баш тарталар. Ундайҙар социаль пенсияға ғына дәғүә итә ала. Ҡағиҙә булараҡ, социаль пенсия күләме страховка пенсияһынан кәмерәк, һәм уны хаҡлы ялға сығыу йәше тулғандан һуң биш йыл үткәс кенә түләй башлайҙар.


Өлкәнәйгәс аҡсаһыҙ ҡалмайым тиһәгеҙ, Пенсия фондында буласаҡ пенсияны алдан уҡ хәстәрләргә, эшкә законлы урынлашып, легаль хеҙмәт хаҡы алырға, фондҡа иғәнә күсерергә кәңәш итәләр. Әйткәндәй, был иғәнәне үҙаллы түләргә лә була. Бының өсөн Пенсия фондына ғариза яҙырға һәм иғәнәне банк аша күсерергә мөмкин. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: