Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Ноябрь 2019, 12:45

Пенсионерға дәүләттән нимә тейеш?

Дәүләт хаҡлы ялдағыларға һәр йәһәттән ярҙам күрһәтә, федераль һәм төбәк кимәлендә уларға льготалар бирә. Пенсияға сыҡҡан кеше ниндәй ташламаларға дәғүә итә ала? Мәҡәләбеҙ ошо хаҡта. Федераль һәм төбәк һалым льготалары, компенсациялар

Ҡайһы төбәктә йәшәүенә ҡарамаҫтан, Рә­сәйҙәге пенсионерҙарҙың барыһы ла федераль ташламаларға хоҡуҡлы, ләкин һәр тәғәйен пенсионерҙың уларҙан файҙа­лана алыу-алмауы өҫтәмә факторҙарға, мәҫәлән, пенсия күләменә, мөлкәте, һа­лым һалынған килеме булыу-булмауға бәйле.


Төбәктәрҙә һәм муниципалитеттарҙа, ғә­ҙәттә, ошо биләмәлә йәшәгән хаҡлы ял­да­ғылар өсөн өҫтәмә льготалар бар. Йыш ҡына ундайҙарға һалым, коммуналь хеҙ­мәт­тәр, йәмәғәт транспортында юл йө­рөү, дарыуҙар һатып алыу һәм шифаханала дауаланыу буйынса ташламалар инә.


Пенсионер, фатир һәм өс гараж


Пенсионерҙар мөлкәткә һалымды түләмәҫкә хоҡуҡлы. Рәсәй ҡанундары буйынса пенсия алған хаҡлы ялдағы ке­ше­ләр торлаҡ йорт, фатир, бүлмә, гараж, машина урыны, берҙәм күсемһеҙ комплекс, ижади оҫтахана, ателье, студия, дәү­ләткә ҡарамаған музей, галерея, китапхана рәүешендә файҙаланылған бина, шәхси ярҙамсы, дача хужалығы, баҡса­сылыҡ, йәшелсәселек, шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бүленгән ер участкаһында урын­лашҡан йорт йәки торлаҡ кеүек мөлкәткә һалым түләмәй.


Шул уҡ ваҡытта был ташлама бер объектҡа ғына бирелә. Мәҫәлән, пенсио­нер­ҙың йорто, коммуналь бинала бүлмәһе, гаражы бар икән, бер объектҡа ғына һа­лым һалынмай. Әгәр өлкән йәштәге кеше­нең милкендә фатир, өс гараж булһа, уны фатирға һәм бер гаражға һалымдан бушатасаҡтар, ҡалған ике гараж өсөн түләргә тура киләсәк. Бер төрлө объект­тарҙың ҡайһыһына ҡарата льготаны ҡулланыуҙы пенсионер үҙе хәл итә.


Пенсия алды йәшендәгеләргә ташлама


2017 йылдың 31 декабренә тиклем ке­ше был ташламанан файҙаланған икән, ҡа­батлап ғариза биреүҙең кәрәге юҡ. Әйтә­йек, кеше 2016 йылда хаҡлы ялға сы­ғып, ташламаға ғариза тапшырған, льго­та бирелгән икән, бүтән ғариза яҙырға кә­рәк­мәй. Пенсионер ошо ташлама ғә­мәлгә инә­сәк йылдың 31 декабренә тиклем һа­лым органына льгота ҡағыласаҡ объект ту­раһын­да хәбәр итергә тейеш. Мәҫәлән, пенсияға 2020 йылда сыҡҡандар шул йыл­дың 31 декабренә тиклем ғариза яҙа. Әгәр был документты ваҡытында тапшыр­маһаң йәки бөтөнләй яҙмаһаң, һалым орга­ны объектты үҙе һайлаясаҡ. Ташлама­ны, ғәҙәттә, иң ҡиммәтле объектҡа бирәләр.


Быйыл 1 ғинуарҙан пенсия йәшен арт­тырҙылар. Дәүләт быны өлөшләтә компен­сацияларға ҡарар итеп, льготаға дәғүә итеү­селәр йәшен әүәлгесә ҡалдыр­ҙы: ҡатын-ҡыҙҙарға – 55, ир-егеттәргә – 60 йәш. Бындай кешеләрҙе пенсия алды йә­шендәгеләр тип йөрөтәләр. Улар ҙа пен­сионерҙар менән берҙәй хоҡуҡтарға эйә. Мәҫәлән, Әнисә Хаммат ҡыҙы 1964 йыл­дың 4 мартында тыуған. Әүәлге ҡағиҙәләр буйынса ул быйыл хаҡлы ялға сығыр ине. Әммә 2019 йылдың 1 ғинуарынан ҡану­ниәткә үҙгәреш индере­леү сәбәпле, ул пен­сияға 55-тә түгел, ә 56 йәшендә сыға­саҡ. Шул уҡ ваҡытта быйыл 4 марттан уға, барлыҡ пенсионерҙарға кеүек үк, мөл­кәткә һәм ергә һалым буйынса ташлама бирелә, сөнки иҫке ҡағиҙәләргә ярашлы, ул хаҡлы ялға сыҡҡан тип иҫәпләнер ине.


Бүләк дүрт мең һумдан ҡиммәт булһа...


Мәғлүм булыуынса, муниципалитеттар үҙҙәренең биләмәһендә йәшәгән өлкәндәр һәм пенсия алды йәшендәгеләр өсөн өҫтәмә льгота билдәләй ала. Дәүләт уларҙы килемгә, мәҫәлән, пенсияға, уларға билдәләнгән социаль өҫтәмәләргә, ойошмалар тапшырған бүләктәргә һалым түләүҙән азат итә. Пенсионер инвалидлыҡ йәки ҡартлыҡ буйынса хаҡлы ялға сығып, эш биреүсе уға Рәсәйҙәге шифаханаға юллама, дарыуҙар, дауаланыу, медицина хеҙмәттәре күрһәтеү хаҡын түләһә йәки элекке хеҙмәткәр булараҡ матди ярҙам бүлһә, бындай килемгә лә һалым һалынмай. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер нигеҙҙәр буйынса сикләүҙәр бар. Мәҫәлән, бер календарь йылда алынған килем күләме дүрт мең һумдан артмаҫҡа тейеш, йәғни тапшырылған бүләктең хаҡы 6 500 һум торһа, шуның 2500 һумына 13 процент һалым түләргә тура киләсәк.


Ерең алты сутыймы? Һалым түләмәйһең...


2017 йылдан пенсионерҙар үҙҙәренең милкендәге, файҙаланыуындағы йәки ғүмерлек мираҫ итеп ҡалдырылған ер биләмәһенә һалымды кәметә ала. Һалым ҡайтармаһы бер участкаға түләнә. Ер майҙаны – 600 квадрат метр, йәғни алты сутый йәки унан кәмерәк икән, пенсионер һалымды бөтөнләй түләмәй.


Һалым органы алты сутый ерҙең кадастр хаҡын дөйөм ерҙең кадастр хаҡынан алып ташлай, ҡалған хаҡҡа һалым һалына. Әйткәндәй, муниципалитеттарҙа ер участкаһына һалым ҡайтармаһы күләмен үҙаллы билдәләүҙәре ихтимал. Мәҫәлән, Дондағы Ростовта ер биләмәһе коммерция маҡсатында файҙаланылмаһа, пенсио­нерҙы һалымдан бөтөнләй азат итәләр. Ә Тверҙа беренсе йәки икенсе төркөм инвалиды булған пенсионерҙар өсөн һалым базаһын ул һалынмаған күләмгә – 35 мең һумға – кәметәләр.


Һалым һалынасаҡ сумманы кәметеү өсөн пенсионер һалым органына ғариза яҙырға тейеш. Әгәр ул физик берәмек­тәрҙең мөлкәтенә һалым ташламаһынан файҙаланған икән, ғариза тапшырыуҙың кәрәге юҡ. Шул уҡ ваҡытта һалым органына ғариза тапшырылмаған булһа, ул кадастр хаҡы иң ҡиммәт булған участкаға ҡарата һалым ҡайтармаһын үҙе иҫәпләп бирәсәк. Әйткәндәй, пенсия алды йәшендә­геләр ҙә ошондай ҡайтармаға хоҡуҡлы.


Элекке һалымыңды ҡайтар


Пенсионер йорт һалһа, фатир, бүлмә йәки уларҙың бер өлөшөн, шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаһы һатып алһа, һалым түләгәндә ошо объекттарға сығым­ды килемдәренән алып ташлай ала. Дәүләт эш хаҡынан физик берәмектәрҙең килеменә һалымдың 13 процентын – иң күбе 260 мең һумды – кире ҡайтарыуҙы рөхсәт итә. Хаҡлы ялдағы кеше фатир һатып алғандан һуң эштән китһә, дәүләт уның хоҡуғын яҡлай, йәғни пенсионер фатир һатып алған йыл өсөн һалымдың бер өлөшөн ҡайтарып алырға, ә ҡалғанын киләһе өс йылға күсерергә хоҡуҡлы.


Ипотека буйынса проценттарҙы түләүгә сығымдарға ҡағылышлы һалым ҡайтарма­һын да алырға була. Әммә бында сикләү­ҙәр бар. Әгәр заем 2014 йылдың 1 ғинуарынан һуң алынһаторлаҡ һатып алыуға ҡайтарма – иң күбе ике миллион һумдан, ә проценттар түләүгә – иң күбе өс миллион һумдан яһала. Ошо көнгә тиклем алынған кредиттар буйынса сумма процент күләме менән сикләнә. Мәҫәлән, пенсионер 2018 йылда 2,5 миллион һумға фатир һатып алған. Уға ике миллион һум күләменән сығып мөлкәт ҡайтармаһы түләнергә тейеш. Ти­мәк, һалым органы уға 260 мең һумды ки­ре ҡайтара ала (2 000 000 һум х 13 % = 260 000 һум).


Быйыл пенсионер ҡайтарманы 2018 йыл өсөн ала. Уны тулыһынса алыу өсөн 2018 йылға физик берәмектәрҙең киле­менә түләнгән һалым етмәһә, ҡайтар­ма­ның ҡалғанын 2015, 2016, 2017 йыл­дарға күсерергә мөмкин. Әгәр ул йыл­дарҙағы һалым да аҙ булһа, пенсионер ҡайтар­маны 2018 йылдан һуң 13 процентлы ставка буйынса һалым түләрлек килеме­нән иҫәпләтә ала. Тик шуныһы: бындай ҡайтарма пенсионер хоҡуҡтан элегерәк файҙаланмаған осраҡта ғына түләнә.


Ял итергә барһаң...


Ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһы алған һәм Алыҫ Төньяҡ райондарында, уларға тиңләш­терелгән биләмәләрҙә йәшәгән пенсионер­ҙарға ил территорияһында ял итергә барыу һәм ҡайтыу өсөн компенсация түләнә. Уның юл билеты йәки сығымды ҡаплау рәүешендә булыуы ихтимал. Пенсия фондының территориаль органы компенсацияны ике йылға бер тапҡыр түләй. Хоҡуҡтан файҙаланыу өсөн хаҡлы ялдағы кешегә Пенсия фондының урындағы бүлегенә ғариза яҙырға кәрәк. Унда туранан-тура йәки почта, күп йүнәлешле үҙәк, дәүләт хеҙмәттәре порталы, Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинет аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.


Индексациялау осоро етеп килә


Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһын индексациялайҙар.


Уның күләме 6,6 процентҡа артасаҡ. Был иһә быйыл күҙалланған инфляция кимәленән 3,8 процентҡа юғарыраҡ. Эшләмәгән пенсионерҙар ҡартлыҡ буйынса алған пенсияның уртаса йыллыҡ артымы бер мең һум тәшкил итәсәк. Дөйөм алғанда, 2020 йылда 31 миллион кешенең пенсияһы арта тип күҙаллана.


Аҡса туплаусылар бармы?


Рәсәйҙең ҙур ҡалаларындағы халыҡтың күп­селеге (75,5 %) буласаҡ пенсияға аҡса тупламай.


Ҡайһы бер банктар үткәргән тикшере­неүҙәрҙән күренеүенсә, граждандарҙың 8,3 проценты ғына ҡарт көнөнә аҡса йыя, тағы ла 16,3 проценты пенсияға аҡсаны даими туплай. Халыҡтың 40 процентының аҡса йыйырға теләге бар, тик мөмкинлеге генә юҡ. Күптәр ҡиммәтле ҡағыҙҙар һатып алыуға, вклад асыуға өҫтөнлөк бирә.


Шәхси кабинетың булһа...


Льготалы дарыуҙарға һәм шифаханала дауаланыуға хоҡуҡты хәҙер шәхси кабинет аша ла раҫларға мөмкин.


Рәсәй Пенсия фондының электрон кабинетында өр-яңы сервис ғәмәлгә инде. Уның ярҙамында социаль хеҙмәттәр йыйылмаһына хоҡуҡты раҫлаған белешмә алырға була. Мәғлүм булыуынса, белешмә ҡағыҙы халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәткән ойошмаларҙа, мәҫәлән, медицина учреждениеларында льготалы дарыуҙар алғанда йәки Социаль страховка фондына шифаханаға юллама һорап мөрәжәғәт иткәндә бирелә. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: