Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Ноябрь 2019, 12:43

Етеш тормош өсөн күпме аҡса кәрәк?

Һаҡлыҡ банкының дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды тикшеренеү үткәрҙе. Алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, дәүләт йәки яҡындарының ярҙамына иҫәп тотҡан пенсионерҙарҙың 55 проценты әүҙем ял һәм күңел асыу сараларын сикләргә мәжбүр.

Эшләгән осорҙа ирекле иғәнәләр күсермәгән кешеләр ҙә аҡсаһын һаҡсылыраҡ тотона. Шул уҡ ваҡытта хаҡлы ялға сыҡҡанда пенсия тупламына эйә булғандар ғәҙәти йәшәү рәүешен әллә ни үҙгәртмәй тиерлек.


Пенсионерҙарҙың 60 проценты айлыҡ түләүҙең яртыһынан аҙырағын аҙыҡ-түлеккә тотона, 11 проценты – сит илгә, 19 проценты Рәсәй буйлап сәйәхәт итә. Эксперттар әйтеүенсә, хеҙмәт эшмәкәрлеге тамамланған өлкәндәрҙең өстән ике өлөшө килеменең 1,5 тапҡырға кәмеүенә зарлана. Шуға күрә респонденттарҙың 82 проценты сығымын кәметергә мәжбүр булған, ә 64 проценты иһә ҡиммәтле әйберҙәр һатып алыуҙан баш тарта. Тимәк, хаҡлы ялда ғәҙәти йәшәү рәүешенән баш тартмайым тиһәң, пенсия күләме ғәмәлдәге эш хаҡынан кәм булмаҫҡа тейеш.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: