Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Ноябрь 2019, 10:55

Әрмәншиндар Башҡортостанға ҡайтҡан

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә "Йыл ғаиләһе - 2019" Бөтә Рәсәй конкурсы ойошторолдо. Мәртәбәле бәйгелә Тәтешле районының Иҫке Ҡорос ауылынан Зинфира менән Бәхтегәрәй Әрмәншиндар ҡатнашып, тыуған яҡтарына еңеү менән ҡайтты.

Тәтешле районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев әйтеүенсә, Әрмәншиндар Тәтешле районына ғына түгел, ә тотош Башҡортостанға дан килтерҙе, бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк!

Яҡташтарыбыҙ "Ауыл ғаиләһе" номинацияһында алдынғылыҡты бирмәне. Зинфира Әхәт ҡыҙы һәм Бәхтегәрәй Сәхипгәрәй улы Әрмәншиндарҙың сәстәрен сәскә бәйләүенә 35 йыл! Улар балалар тәрбиәләүҙән тыш төрлө йәмәғәт сараларында ла әүҙем. Мәҫәлән, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройға районда музей асылыуында Әрмәншиндарҙың өлөшө ҙур.

https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/rm-nshindar-Bash-ortostan-a-ayt-an-7459/

Читайте нас в