Уны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров түгел, ә уның яңыраҡ тәғәйенләнгән беренсе урынбаҫары Андрей Назаров үткәрҙе.
Кәңәшмә мәлендә хөкүмәт вице-премьеры йылына ике тапҡыр билдәләнергә тейешле яңы байрам - Милли кейем көнөнә индереүгә аңлатма бирҙе.
"Был үҙ мәҙәниәтеңде баһаларға өҫтәмә мөмкинлек булыр тип иҫәпләйбеҙ", – тип белдерҙе Андрей Геннадьевич һәм 2020 йылдың апрелендә байрамды сифатлы итеп уҙғарыу өсөн хөкүмәт ағзаларынан ошо мәсьәләне "эшләп бөтөүҙе" һораны. Уның һүҙҙәренсә, был матур йолаға әүерелергә тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың яңы байрамы – Милли кейем көнө апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнәсәк.