Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Ноябрь 2019, 23:00

Ботайҙарҙың даны илгә тарала

Белорет районы Ботай ауылында ошо ял көндәрендә “Дәрте барҙың - эше бар” сараһы сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре үтте. Бында йәштәр ата - бабаларынан ҡалған кәсептәргә ҡулайлашып алғандар. Заманға яраҡлаштырып, һәр кем үҙенә оҡшаған кәсеп менән шөғәлләнә. Шулай итеп ауыл халҡының даны сит илдәргә тарала.

Хәҙер Ботай оҫтабикәләре ҡороттарына Индонезиянан заказ алған. Тағы 100 баш ҡорот Израилгә оҙатыла. Ҡорот ҡойоу оҫталары Нәфисә Ғәләметдинова, Мәрйәм Шаһивәлиеваларзың был һөнәре менән сит илгә лә дан таратыуы һоҡландыра. Ошо арала бер партия Кипрға киткән.

"Дәрте барҙың - эше бар" тигән сара Ботай ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендәтте. Үҙ һөнәрҙәренең асылын мастер-класс аша күрһәттеләр.

Руслан Ғәләметдинов - дадан эшләү буйынса, Урал Төхвәтуллин - солоҡсолоҡ,

Ришат Низаметдинов күреп үреү, быйма төпләү, тәҙрә яңаҡтары биҙәү буйынса үҙ тәжрибәһе тураһында һөйләне.

Ботай оҫталарының курептәрен "Аҡбуҙат" ипподромы ла күпләп заказға эшләткән, яҡын-тирә ауылдарҙан ғына түгел, Ишембай,Ғафури райондарынан да заказ биреүселәр күп.

Солоҡ балы ла Ботайҙан сит илгә ебәрелә. Күргәҙмәләге ғаилә эштәре әсә - өләсәйҙәрҙең ҡул маһирлығының да күсәгилешлеген күрһәтә.

Шөғөлдәре булғас, эсеү ҡайғыһы юҡ һөнәрмәндәрҙең. Ауылда тормош ауырлығына зарланған ауаздар ҙа ишетелмәй.

Кәрәҙле бәйләнештең булмауы ғына ауыл халҡының эсен бошора. Сит илдәр менән аралашыуы еңелерәк булыр ине, ти улар.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: