Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Ноябрь 2019, 13:18

Википедияла нисек эшләргә?

Күптәр Башҡорт википедияһы бар икәнен белмәй, уны нисек көйләргә тип һорай.

Беренсе ысул: рус телендәге википедияла баш биттә һул яҡ панелдә телдәр теҙмәһендә “Башҡортса” тигән яҙыуға баҫып күсергә була.


Икенсе ысул: Компьютерығыҙҙы башҡорт шрифттарына көйләгеҙ. Бының өсөн уң яҡ аҫҡы мөйөштә телдәрҙе көйләй торған төймә бар. Башҡорт шрифттарын өҫтәгәс, Яндекс, Гугл һәм башҡа эҙләү системаһында башҡортса яҙып ҡарағыҙ.


Миҫал өсөн, “Һарытау өлкәһе, Мәҡсүт ауылы” тип яҙһағыҙ, эҙләү системаһы Башҡорт википедияһында шундай мәҡәлә бар икәнен күрһәтер.


Башҡорт википедияһын туған теленең киләсәгенә битараф булмаған ирекмәндәр эшләй. Уны төҙөүҙә һеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ:

1) үҙегеҙ йәшәгән, белгән төбәк тураһында мәғлүмәт яҙырға;


2) [email protected] электрон адресы аша Башҡорт википедияһы администраторы Зөфәр Сәлихов менән бәйләнешкә инергә;


3) Мәҡәләгеҙҙе “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Башҡортса википедия төркөмө” етәкселәренә (https://vk.com/bash_wikipedia) ебәрергә мөмкин.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: