Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Ноябрь 2019, 13:05

Өс орденлы оҫта ҡуллы аҡһаҡал

Поезд тәгәрмәстәренең бер көйгә туҡылдауына уны йоҡо баҫа башлай. - Ятып тор, һалдат, - тип кәңәш итә уға купе буйынса күршеһе. Улар әлегә икәү генә баралар.Әйткәндәй, ул йоҡлап та өлгөрмәй. Тәҙрәгә үрелеп ҡарай. Тауҙар, урмандар артта ҡала.Мөҙәрис Яппаровтың күкрәгендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены балҡып тора.- Нимә өсөн алдың? - тип ҡыҙыҡһына күршеһе.- Янғында ҡыйыулыҡ өсөн, - тип йылмая Мөҙәрис.- Уның өсөн дә орден бирәләрме ни?- Миндә булғас, тимәк, бирәләр.Ул ваҡытта был мәсьәлә буйынса ентекле һөйләргә тыйыла. Поезда, әгәр кеше ябай икән, башҡалар менән дә бик тиҙ таныша. - Өфөлә йәшәйем, - ти Миңнулла. - Һуғышты үттем. Заводта эшләйем. Ғаиләм, балаларым бар. Ә хәҙер бына өс көнгә Хабаровскийға барып, ауырыған ағайымды күреп ҡайтып киләм. - Ә мин Баҡый ауылынан, - ти Мөҙәрис. - Стәрлебаш районынан. Атайым Сафа һәм уның ағаһы Шакир фронтта һәләк булған. Беҙгә бик күп ауырлыҡтар аша үтергә тура килде. Ун өс йәшемдән колхозда көтөү көттөм. Әсәйем иртәнән кискә тиклем ауыр эштә булды. Аслыҡ. Дүрт йылдан мин комбайн, һуңынан трактор йөрөтөргә өйрәндем. Артабан - армия.Шулай һөйләшеп ваҡыт үткәрәләр.Юл алыҫ. Бер нисә тәүлек баралар. Мөҙәрис киләсәктә уны нимә көтөүе тураһында уйлай, шул уҡ ваҡытта һуңғы йылдарҙағы ваҡиғалар ҙа иҫкә төшә.1953 йылдың сентябре.

Дүрт йыл элек июлдә Мөҙәрис ошо уҡ юлдан, әммә кире йүнәлештә бара. Армияға алынған һалдаттарҙы Алыҫ Көнсығыштағы Приморье крайына алып киләләр. Бер айҙан рота командиры:

- Яппаров, һин техника менән эшләгәнһең бит. Шуға һине шоферҙар курсына ебәрәбеҙ, - ти.

Ул быға шатлана ғына. Белгеслек ала. Уҡыуҙан һуң уны авиация полкына айырым аэродром-техник тәьминәт батальонына ебәрәләр.

1951 йылдың март айында уларҙы поезға ултырталар. Командирҙар бер нимә лә аңлатмай. Ҡытай территорияһына инәләр. Ниндәйҙер ҡасабала туҡтайҙар. Оҙаҡламай хәрби кейемдә Ҡытай һалдаты килә.

- Әйҙәгеҙ, беҙҙең арттан, - ти комбат һалдаттарға.

Складта уларға Ҡытай һалдаттарының формаһын тараталар. Казармаға юлланалар.

- Кейемдәрегеҙҙе алмаштырығыҙ, - тигән бойороҡ була.

Тағы ла аңлашылмаусанлыҡ.

Ниһайәт, майор хәлде аңлата.

- Корея Халыҡ-Демократия Республикаһына, йәки Төньяҡ Кореяға барабыҙ. Унда Америка интервенттары ярҙамында Көньяҡ Кореяның һуғыш суҡмарҙары башлаған алыш бара. Советтар Союзы Төньяҡ Кореяға ярҙам күрһәтергә ҡарар итте. Әммә был ярҙам сер итеп һаҡлана, шуға күрә Ҡытай ирекмәндәре сифатында һуғышасаҡбыҙ. Шунда уҡ әйтәм: ауыр һәм хәүефле буласаҡ. Әммә, һалдаттар, беҙҙең яҙмышҡа шундай өлөш төшкән.

Бында башҡа частар ҙа йыйыла.

Эй, яҙмыш... Һалдаттарҙы алыш ялҡынына ташлайҙар. Ҡайһы берәүҙәр һәләк була. Ә уларҙың ата-әсәләренә ниндәй хәбәр ебәрҙеләр икән? Бер Хоҙай ғына белә.

Яппаров машинала хәрби припастар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа йөк ташый. Күпселек осраҡта таулы ауыр юлдарҙан йөрөргә тура килә. Һәр километр хәүефле. Хатта бер аҙ һаҡсыллыҡ күрмәһәң бының фажиғә менән тамамланыуы ихтимал.

Уны Ҡыҙыл Йондоҙ орденына, шулай уҡ Ҡытайҙың Дуҫлыҡ орденына күрһәтәләр.

Ә һуғышта улар өсөнсө йыл булалар.

Апрель айында уның янына комбат килә.

- Икенсе участкаға барабыҙ, - ти ул.

Тәржемәсе лә машинаға ултыра.

Шул саҡ Америка самолеттары һөжүм итә. Зенитсылар уларға ҡаршы ут аса, әммә улар барыбер бомба ташлап өлгөрә. Шуларҙың береһе тап Яппаровтың машинаһы эргәһендә шартлай. Комбат менән тәржемәсе һәләк була. Мөҙәристең ҡулы яралана. Мөғжизә менән генә иҫән ҡала тиһәң дә була. Тәүҙә Корея, һуңынан Ҡытай госпиталендә ята. Бер айҙан Советтар Союзына ебәрәләр. Яра ауыр була. Дүрт айҙан ашыу дауалана.

Ул саҡта Кореяла һуғыш тамамлана. Бында ике дәүләт - КНДР һәм Көньяҡ Корея барлыҡҡа килә.

Мөҙәрис алған яраһы арҡаһында үҙенең иптәштәренән бер аҙ һуңлап ҡайта. Һаубуллашҡанда полк командиры уны ҡосаҡлап:

- Ярай, иҫән бул. Ҡыйыу һалдат булдың. Ғаилә ҡор, балалар үҫтер. Бәхетле бул, - ти.

Һәм бына тыуған яҡтарға юл.

Өфөлә Мөҙәрис үҙенең ихлас юлдашы менән һаубуллаша. Ә көн ярымдан Баҡыйға ҡайтып төшә.

Әсәһенең шатлыҡтан йөҙө балҡый. Күршеләре, туғандары, иптәштәре инеп, хәл белә. Үҙе лә күптәргә барып, күрешә. Колхоз рәйесе Нәбиулла Дәминев:

- Ҡайҙа эшләргә теләйһең? - тип ҡыҙыҡһына.

- Мин шофер, - тип яуап бирә Мөҙәрис.

- Улай булғас водитель булырһың. Бар ундай мөмкинлек.

Бер йылдан өйләнә. Үҙҙәренең ауылынан Закира исемле ҡыҙҙы ныҡ оҡшата. Ябай ғына туй үткәрәләр.

Әммә һигеҙ йылдан Кореяла алған яраһы үҙен белдерә башлай. Эште алмаштырырға кәрәклеген яҡшы аңлай.

- Бәлки, радиоузелға барырһың, - тип тәҡдим итә рәйес.

- Ҡулдан килерме икән, - тип икеләнә тәүҙә Яппаров. - Минең бит белемем 5 класс ҡына.

- Булдырырһың, әлбиттә. Һин башлы бит.

Тәбиғи һәләте һәм маҡсатҡа ынтылыусанлығы, күрәһең, ысынлап та, үҙенекен итә, алға этәрә. Үҙе лә бик мауыға.

Бер ваҡыт ул өйөнә «Радио» тигән һәм тағы бер көнкүреш буйынса электротехник журнал алып ҡайта.

- Нимәгә ул һиңә, - тип ғәжәпләнә Закира Миңләхмәт ҡыҙы.

- Өйрәнәм.

Һәм, ысынлап та, быға төшөнә башлай.

Бер ваҡыт күршеһе электр плитәһе алып килә.

- Ҡарап бир әле, зинһар, ремонтлап булмаҫмы?

- Ярар, - тип ризалаша Яппаров.

Барыһын да нисек кәрәк шулай эшләй. Үҙенең запас йылытыу спирален ҡуя.

Башҡа ауылдаштары ла үтенес менән киләләр.

Бер ваҡыт шуларҙың береһе лампалы радиоалғыс алып килә.

- Эшләй алаһыңмы? - тип һорай.

- Ҡалдыр, - тип яуап бирә Мөҙәрис.

Бик оҙаҡ ҡына соҡона. Шулай ҙа йүнәтә.

Бер нисә көндән хужаһы килә.

- Бына, ҡара, - ти Мөҙәрис, радиоалғысты селтәргә тоташтырып. Ул һөйләй башлай.

- Бик яҡшы, - тип һоҡлана радиоалғыс хужаһы һәм аҡса һуҙа.

- Алып ҡуй, - тип ҡул һелтәй Мөҙәрис. - Мин аҡса алмайым.

- Нисек улай.

- Бына шулай.

Телевизорҙар сыҡҡас уларҙы йүнәтергә өйрәнә. Яппаровтың оҫталығын ауылда барыһы ла белә.

1970 йылда хужалыҡта ремонтлау оҫтаханаһын файҙаланыуға тапшыралар.

- Һиңә бында автоэлектрсы булып барырға тура килер, тип уйлайым, - ти колхоз инженеры.

Шул саҡта Фәнил Яуышев токарь, Фәрғәт Абсаттаров - иретеп йәбештереүсе, Хәлим Баһауетдинов - тимерсе, Әсхәт Фәтҡуллин, Рифҡәт Байтимеровтар - слесарҙар булып эшкә килә.

- Һеҙҙең барығыҙ ҙа үҙ эшенең оҫтаһы, һәйбәт хеҙмәтсәндәр. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, Мөҙәрис, һин айырыуса, оҫтаның оҫтаһы,- тип билдәләй бер ваҡыт абруйлы механизатор Нәжип Әсфәндийәров.

Яппаров тракторҙар, автомашиналарҙың электр ҡоролмаларын ремонтлай. Аккумулятор батареяларын тергеҙә. Уларҙы айырым биналарҙа, электр цехы эргәһендә һаҡлайҙар һәм хеҙмәтләндерәләр. Мөҙәристең тырышлығы ярҙамында улар оҙағыраҡ хеҙмәт итә.

- Эйе, оҫта ҡуллы кешенең файҙаһы бик ҙур, - ти бер ваҡыт иптәштәре араһында техника буйынса бригадир ярҙамсыһы Мөҙәрис Мөштәриев. - Әгәр электр ҡорамалдарын махсус оҫтаханаға ремонтҡа алып барһалар, быға колхоз бик күп аҡса сарыф итер ине. Ә үҙебеҙҙә, әйткәндәй, һәйбәтерәк тә килеп сыға.

Йәйге көндәрҙең береһендә бер ауылдашы менән осраҡлы әңгәмәләшкәндә тегеһе ҡапыл теманы алмаштырып:

- Телевизор антеннаһын эшләй алмаҫһыңмы икән? - тип һорап ҡуя.

- Әйтә алмайым, - тип яуап бирә Яппаров. - Әммә был идея тураһында уйларға кәрәк.

Мөҙәрис Сафа улы һыҙымдар яһап, шулай ҙа теге антеннаны эшләй. Тиҙҙән ауылдашы килеп, аҡса алырға тип кеҫәһенә үрелә.

- Кәрәкмәй, - тип ҡырт киҫә Яппаров. - Мин эшем өсөн берәүҙән дә, бер тин дә алмайым.

Һәм уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша.

- Минең өсөн кешеләргә яҡшылыҡ эшләү шатлыҡ килтерә.

- Ҡыҙыҡ кешеһең инде, - тип билдәләй ауылдашы.

Телеантенналар яһап биреү үтенесе менән башҡалар ҙа мөрәжәғәт итә башлай.

Ә кистәрен өйөндә төрлө ремонт эштәре менән шөғөлләнә.

Бер ваҡыт яҙын Мөҙәрис Сафа улы эшендә ғәҙәттәгегә ҡарағанда оҙағыраҡ тотҡарлана. Өйөнә ҡайтҡас, йәмәғәте уға район гәзитен һуҙа.

- Беренсе биттә уҡы әле.

- Һуңынан. Тәүҙә ашап алайым.

- Юҡ, шулай ҙа уҡы әле, - тип ныҡыша Закира Миңләхмәт ҡыҙы.

Гәзитте ҡулына ала, ә унда ул, Мөҙәрис Сафа улы Яппаров, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены менән бүләкләнеүе тураһында яҙылған.

- Мин хәҙер өс орденлы кеше булдым бит, - тип кенә әйтә ала ул.

Һуңынан осрашҡанда тиҫтәләрсә ауылдашы уны наградаһы менән ихлас ҡотлай. Һәр саҡ ғәҙәттә аҙ һүҙле Мөҙәрис тыйнаҡ ҡына рәхмәт белдерә. Уның бынан күңеле тағы ла яҡтырып киткәндәй була.

Автогараж менән ремонт оҫтаханаһында электрсы булып ул ике тиҫтә йылға яҡын эшләй. Юғары класлы белгес. Уның оҫта ҡулдарына барыһы ла өйрәнеп, эшкә Яппаров тотонғас тулыһынса тәртип булыуын яҡшы белә.

- Әгәр районда автоэлектрсылар араһында конкурс үткәрелһә, беҙҙең Мөҙәрис ағай, һис шикһеҙ, беренсе урын яулар ине, тип уйлайым, - тип фекерен белдерә бер ваҡыт механизатор Рәнис Баһауетдинов.

Хатта хаҡлы ялға сыҡҡас та Яппаров ауылдаштарына төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Ғаилә усағы ла күңелен йылыта. Закира Миңләхмәт ҡыҙы колхозда сөгөлдөрсө, һауынсы һәм башҡа урындарҙа намыҫлы эшләй, ә өйөндә һәр ваҡыт хәстәрлекле, ҡунаҡсыл хужабикә була.

Бер көн уларға күрше Табылды ауылынан Тәлғәт Исмәғилев килеп инә. Ул байтаҡ йылдар Баҡый мәктәбендә эшләй, һуңынан ғаиләһе менән ауылына күсенә. Уның атаһы Хажғәли ҡасандыр Яппаров менән бергә армияға китә.

Ғәҙәттәгесә, тормош-көнкүреш тураһында һөйләшәләр.

- Һинең, Мөҙәрис ағай, быйыл юбилейың бит, - ти Тәлғәт Хажғәли улы.

- Эйе. 10 ноябрҙә 90 йәш тула, - тип яуап бирә Яппаров.

- Әле лә бик шәп кенәһең, киләсәктә лә шундай булып ҡал, - тигән теләктәрен белдерә ҡунаҡ кеше.

- Тырышырмын, - тип йылмая Мөҙәрис Сафа улы.

- Һине тотош ауыл ҡотларға тейеш, - тип өҫтәй Тәлғәт Хажғәли улы. - Һин бит, ағай, кешеләргә күпме изге, файҙалы эштәр эшләнең.

- Ҡуй инде, - ти Яппаров.

Ошондай теләктәр һәм киләсәктә лә хәл белеп торорға вәғәҙә бирә ҡунаҡ.

Мөҙәрис Сафа улы һәм Закира Миңләхмәт ҡыҙы күп һөйләргә яратмай. Әммә лайыҡлы ғүмер кисереүҙәрен беләләр. Ә был улар өсөн бик ҡәҙерле.Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: