Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Ноябрь 2019, 13:25

Өфөлә Башҡорт дәүләт драма театры яна

Кисә киске сәғәт 7-лә Өфөләге М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында янғын сыға.

алабыҙҙың йөҙөк ҡашы, халҡыбыҙҙың мәҙәни үҙәге булған бинала сыҡҡан янғынға юғары ранг хәүефлеге буйынса шунда уҡ янғын һүндереүселәр ебәрелә. Барлығы 15 берәмек техника һәм 48 кеше йүнәлтелә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәүге расчет килеп етеү менән уттың өсөнсө ҡаттан, ҡыйыҡ аҫтынан килеүен асыҡлай. Унда купол аҫты яна булып сыға. Янғындың таралыуына юл ҡуйылмай, ул тиҙ арала һүндерелә. Урынға шунда уҡ ведомство начальнигы Марат Латипов та килә.
Бәхеткә күрә, әле театр реконструкцияға ябылған. Янғын ваҡытында унда тамашасылар һәм башҡа кешеләр булмай сыға.
Янғын һүндереүселәрҙең профессиональ һәм тиҙ эшләүенә бәйле театрыбыҙ әллә ни зыян күреп өлгөрмәне. Әле янғындың сәбәптәре асыҡлана.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: