Был ризыҡты әҙерләү өсөн беҙгә 700 грамм тауыҡ ите, ике башлы һуған, бер помидор, бер кишер, 0,5 болгар боросо, ике аш ҡалағы томат пастаһы, 350 грамм туҡмас, ике аш ҡалағы көнбағыш майы, тоҙ, борос кәрәк.
Башта тауыҡты йыуып, киҫәктәргә бүлеп сығабыҙ. Йылытылған табаға көнбағыш майы һалып, 10 минут ҡыҙҙырабыҙ. Һуғанды ярым түңәрәк итеп ҡырҡып табаға өҫтәп, тағы ла ун минут бешерәбеҙ. Кишерҙе шаҡмаҡлап турап тауыҡ менән һуған эргәһенә һалабыҙ һәм биш минут быҡтырабыҙ.
Артабан помидорға эҫе һыу һалып, тышын алабыҙ. Шаҡмаҡлап ҡырҡып табаға һалабыҙ. Томат пастаһы, тоҙ, борос ҡушып болғап, ҡапҡасын ябып, 15 минут быҡтырабыҙ. Шунан туҡмасты бешереп алабыҙ ҙа табаға һалып бутайбыҙ. Бына инде тауыҡ итенән лағман әҙер ҙә булды. Ашығыҙ тәмле булһын!Башҡортостан гәзитенән.