Был мутлыҡ буйынса ул полицияға хәбәр иткән, әйтеүенсә, аҡсаны алдау юлы менән алғандар.
Ҡатындың һөйләүе буйынса, был бәхетһеҙ көндә уға үҙен ҙур банктың хәүефһеҙлек буйынса хеҙмәткәремен тип таныштырып, билдәһеҙ ир шылтырата һәм кемдәрҙеңдер уның карталағы аҡсаһын икенсе иҫәпкә күсерергә маташыуы тураһында хәбәр итә. Тауыш операцияны кире ҡағыу өсөн банк картаһының бөтә һандарын әйтеүҙе һорай.
Шок хәлендәге ҡатын уны-быны уйламай "хеҙмәткәр" әйткәнде үтәй. Артабан смс-хәбәр буйынса килгән кодты ла белешәләр. Шул ваҡытта ҡатын иҫәбендәге аҡсаның ҡайҙалыр күскәнлеген күрә. Борсолмағыҙ, аҡса кире ҡайтасаҡ, тип тынысландыралар теге остан.
Аҡса, әлбиттә, иҫәпкә кире күсмәй, ә телефон блокировкалана. Шулай итеп, ике минутлыҡ һөйләшеү ҡатындың картаһында булған 204 мең һумға торошло була.
Ошо ысул менән кешенең аҡсаһын урлау һуңғы осорҙа йыш күҙәтелә, яҙыла. Һәр ят кешегә ышанып бармаҫҡа кәрәклеген дә белеп торған кеүекбеҙ, шулай булыуға ҡарамаҫтан һаман алдаҡсыларға ҡорбан табылып тора.Башҡортостан гәзитенән.