Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Ноябрь 2019, 13:30

Ҡасҡалаҡтар Өфөлә тотолған

Был ике егетте Төмән халҡы сентябрь айынан алып эҙләгән. 19 йәшлек Игорь Бушуев менән 20 йәшлек Алексей Елсуфьев сентябрь айында өйҙәренән ҡасыр алдынан социаль селтәрҙәге шәхси биттәрен юҡ иткән.

Борсоуға төшкән ата-әсәләр полицияға хәбәр итә, социаль селтәрҙә мөрәжәғәттәрен тарата. Ниһайәт, кисә Өфөлә уларҙың эҙенә төштөләр. Игорҙе поезда барғанында тоталар. Алексей үҙе полицияға килергә мәжбүр була. Ул үҙаллы тормош башларға теләүен, Төмәнгә ҡайтмаясағын белдерә.
Игорҙең әсәһе әйтеүенсә, улының кәйефе һәйбәт, уйламай эшләгән аҙымы өсөн үкенә. Алексей ҙа әсәһенә шылтыратҡандан һуң икәүләп аңлашҡандар. Һис һүҙһеҙ өйҙә саҡта уҡ кәңәшләшеп, уртаҡ фекергә килеп булыр ине. Йоҡоһоҙ төндәр, борсолоуҙар менән үткән ай ҙа, бындай ҙа ығы-зығылы, көсөргәнешле көндәр ҙә булмаҫ ине. Шул уҡ ваҡытта Өфөлә юғалған Мазовтарҙы зҙләү дауам итә. Бәлки, уларҙы ла башҡа төбәктәрҙә табырҙар.
Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: