7 ноябрь төнөндә шулай уҡ Илеш районының Базытамаҡ ауылындағы бүрәнә йортто ла “ҡыҙыл әтәс” ялмаған. Янғын һүндереүселәр уны тиҙ генә “ауыҙлыҡлаған”, тик бына 1957 йылғы ирҙең ғүмере өҙөлгән. Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндәр һалҡынайыу менән янғындар ҙа йышая. Быға, нигеҙҙә, халыҡтың йылытҡыстарҙы, мейестәрҙе файҙаланғанда һаҡһыҙ ҡыланыуы, өҫтәүенә йылытыу ҡорамалдарының төҙөкһөҙлөгө сәбәпсе. Бынан тыш, спиртлы эсемлектәр эскән килеш тәмәке көйрәтеү, балаларҙың ут менән шаярыуы ла фажиғәгә килтерә. Шуға ут менән һаҡ ҡыланайыҡ. Һыуҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит.