Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Ноябрь 2019, 18:28

Өс миллион һумдан ашыу штрафын түләй алмағас, урам таҙартасаҡ

Әгәр ир ришүәт бирмәһә, был хәлгә ҡалмаҫ та ине. Юҡҡа ғына һауалағы торнаға ҡарағанда, ҡулыңдағы сәпсек яҡшыраҡ, тимәгәндәр.

Баҡтиһәң, ришүәт биреп тотолған эшҡыуарға суд штраф түләү тураһында ҡарар сығарған, тик ир был сумманы ҡаплай алмаған. Ә хәл былай булған: төҙөлөш фирмаһы директоры бер түрәгә ер участкаһын алыу өсөн бер мең доллар ришүәт биргән. Ошо ерҙә ул ял базаһын төҙөү тураһында хыялланған. Ә түрә тотҡан да был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр иткән. Һөҙөмтәлә эшҡыуарға суд ҡарары сығарылған: ул ришүәт суммаһын 50-ләтә, йәғни 3,2 миллион һум итеп ҡайтарырға тейеш булған.
Тик суд приставтары был сумманы эшҡыуарҙан түләттерә алмаған, сөнки банк уның бар мөлкәтенә кредиты өсөн арест һалған. Шуға суд приставтары судҡа язаны алмаштырыу тураһында мөрәжәғәт иткән. Хәҙер эшҡыуарға 300 сәғәт, йәғни 3,5 ай торлаҡ-файҙаланыу участкаһында урам һепереүсе булып эшләргә тура киләсәк.

Читайте нас: