Ҡурҡыныс хәл 5-нән 6 ноябргә ҡарай төндә Октябрьский ҡалаһында теркәлә. Матур ғына табын ҡороп ултырған 22 йәшлек ҡыҙ менән 27 йәшлек егет араһында тауыш сыға. Ҡатын бик ҡыҙып китә, күрәһең. Ҡулына бысаҡ ала һәм ирҙең күкрәгенә бер тапҡыр сәнсә. Һөҙөмтәлә, тегенеһе шунда уҡ йән бирә. Был хәл ҡаланың Пугачев урамында урынлашан ятаҡта була.
Әйткәндәй, ҡыҙ үҙенең ғәйебен танымай. Уның һүҙҙәре буйынса ул үҙ-үҙен яҡлаған. Ҡаланың Тәфтиш бүлеге уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Ғәйепле ҡатын менән тәфтиш эштәре бара, уны хаҡ аҫтына алыу мәсьәләһе хәл ителә.
Әллә нәфрәт ғәйепле, әллә күңелле табын...