Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Ноябрь 2019, 10:47

Яҡты киләсәкте янғын өҙҙө...

Аңһыҙ ҡазалар осрап ҡына тора. Бына бөгөн Тәтешле районында сыҡҡан ҡот осҡос янғын да күп балалы ғаиләнең яртыһынан күбеһен юҡ итте. Бәләкәй балалар үҫкән ғаилә яңы йорт һалған, тырышып эшләп йөрөгән, яҡты киләсәккә өмөт иткән дә бит, тик ут үтә аяуһыҙ.

Әле был ғаилә тураһында анығыраҡ билдәле булды. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, янғында 29 йәшлек әсә, уның ике һәм ете йәшлек сабыйҙары һәләк булды. Тағы өс ир дауаханала. Ғаилә башлығы – реанимацияла. Ғаилә парының биш йәшлек тағы бер ҡыҙы булған, уның тәне бер ни тиклем бешкән, тик ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.
Асыҡланыуынса, ғаилә был ауылдыҡы булмаған. Улар туғандарында ваҡытлыса йәшәп, күрше участкала яңы йорт һалған. Урындағы ауыл советы күп балалы ғаиләне тик ыңғай яҡтан ҡылыҡһырлай. Ата-әсә иҫәптә тормаған, эшләп йөрөгәндәр.
– Йәш, матур ғаилә ине. Ире физкультура-һауыҡтырыу комплексында эшләй, ҡатыны балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы ине, – тине Үрге Тәтешле ауыл советының эштәр идарасыһы Флорида Мостафина. – Янғын нимәнән сыҡҡандыр, әйтә алмайым, уны белгестәр асыҡлай. Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайламаға килгәндә, был йорт уларҙыҡы түгел ине, улар күрше Гәрәбаш ауылында теркәлгән. Ундағы йорттарында ҡулайлама булған да бит...
Был хәл тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.
“Беҙ үлемде кәметеү буйынса планға ярашлы эшләйбеҙ, тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар. Тик бөгөн Тәтешле районында сыҡҡан ҡурҡыныс янғын тетрәндерҙе – ике бала, уларҙың әсәһе һәләк булды, дүрт кеше йәрәхәтләнде. Башҡа күп осраҡтарҙағы кеүек уларҙы янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡотҡара алыр ине. Уларҙа ул ҡулайлама булған, тик башҡа урында – яңы өй һалғансы ғаилә туғандарында йәшәгән”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Республика бюджеты иҫәбенә 103845 ҡулайлама ҡуйылған. Биш йыл эсендә тағы 200 меңдән ашыуҙы ҡуйыу планлаштырыла. Улар ярҙамында быйыл ғына 291 кеше, шул иҫәптән 126 бала ҡотҡарып ҡалынған. Был ҡулайлама күп кенә категория граждандары өсөн бушлай тейеш. Һатып алырға булһа ла, ни бары 250 һум самаһы тора. Хаҡы булмаған ғүмерҙе һаҡлау өсөн күп тә түгел бит...



Читайте нас: