Үҫә, йәше арта барған һайын бала өлкәндәр донъяһына - йәмғиәт ҡанундары буйынса йәшәгән мөхиткә эйәләшә бара. Тап ошо мөхиттә ул тыйыу-тыйылыу төшөнсәһен белдергән һүҙҙәргә буйһоноу зарурлығын үҙләштерә башлай. "Ярамай - теймә - тик кенә тор - шаулама" кеүек һүҙҙәр аша (әлбиттә, шул һүҙҙәрҙәге интонацион баҫым, хис-эмоция көсөргәнешлеге менән бәйләнештә) баланың яңы ғына үҫешә башлаған аңына тыйыу асылы һәм ғәмәле үтеп инә. Әгәр шулай булмаһа, кеше социалләшә, йәғни йәмғиәти затҡа әйләнә лә алмаҫ ине.
Тыйыуһыҙ тәрбиәләнгән балала эгоцентризм уғата көслө булып, был артабанғы тормошонда башҡалар менән иҫәпләшмәү, үҙ нәфсеһенә хужа була алмау, ошо нигеҙҙә төрлө конфликтлы ғәмәлдәр башҡарыу, хатта йәмғиәт ҡанундарын һәм дәүләт закондарын тупаҫ боҙоуға тиклем барып етеү кеүек күренештәргә юл аса. Тимәк, хуплау, маҡтау, дәртләндереү менән бер рәттән, тыйыу ҙа кешене шәхес итеп формалаштырыуҙың һөҙөмтәле бер механизмы итеп ҡаралырға тейеш.
Тыйыу ғәмәленең үтә боронғо тамырҙары бар, ул кешелектең тәү тормош формацияһы замандарында, ырыу-ҡәбиләләргә ойошоп йәшәй башлаған осорҙа уҡ формалаша башлаған. Ошо эпохаға хас булған тотемдар, инаныстар, ғөрөф-ғәҙәттәр кешеләр башҡарған ғәмәлдәрҙә лә, аралашыу телендәге һүҙҙәрҙә лә сағылыш тапҡан. Шул мөхиттә йәмғиәти тыйыуҙар барлыҡҡа килә. Тыйыуҙың тәү һәм төп асылы - ниндәйҙер ҡурҡыныс, хәүефле ситуацияларҙан ҡотолоу әмәлен табыу, үҙеңә һәм башҡаларға зыян килтерерлек ғәмәлдәрҙән һәм һүҙҙәрҙән ихтыяри рәүештә баш тартыуҙы талап итеү.
Боронғо ата-бабаларыбыҙ һүҙ һәм ҡылынған ғәмәлде бер рәткә ҡуйып, уларҙың берҙәй файҙалы йәиһә зыянлы булыуына инанған. Мәҫәлән, боронғолар ҡарғыштан ныҡ хәүефләнгән, төбәп әйтелгән кешенең башына ҡарғыш төшөрөн мотлаҡ, тип иҫәпләгән. Шайтан алғыры, телеңә төртмә сыҡҡыры, нәҫелең ҡороғоро, муйының һынғыры, башың аҫтыңа килгере һәм башҡа ҡарғыштар ошо архаик осорҙарҙа барлыҡҡа килеп, хәҙерге ваҡытҡа тиклем килеп еткән. Яҡындарыңды, балаңды ҡарғау тыйылған ғәмәл, тип һаналған.
Боронораҡ ниндәйҙер һүҙҙе ҡысҡырып әйтеү ошо һүҙ белдергән нәмәне саҡырыуға тиң, тип ҡаралған. Шуға күрә, архаик йәмғиәттәрҙә билдәле бер һүҙҙәрҙе атап әйтеү ҙә тыйылған була, улар урынына бәғзе бер зарарһыҙыраҡ, тип иҫәпләнгән атамалар ҡулланылған.
Әхмәтзәки Вәлидиҙең көрәштәше, билдәле ғалим Абдулҡадир Инан боронғо уғыҙҙарҙа бүре һүҙен әйтеү тыйылған булып, уның ҡорт һүҙе менән атала башланыуы хаҡында тап шундай аңлатма бирә. Боронғо төркиҙәрҙә ер-һыу, ут, изге тау, бәғзе бер тәбиғәт күренештәре менән бәйле тыйыу ғәмәлдәре була. Мәҫәлән, "Урал батыр" эпосында күл һыуын эсеүҙе тыйыу батыр васыяты формаһында бирелә.
Христиан дине тәғлимәтенең нигеҙ ташы булған Инжилдә лә Илаһ исеменән кешеләргә бер нисә тыйылған ғәмәлдәр хаҡында вәғәз ебәрелә. Бында берҙән-бер Илаһтан башҡа аллаларҙы таныу, ерҙә үҙеңә кумир (табыныу һыны) яһау, өҫтәге күк йөҙөндә, һәм аҫтағы ерҙә, ерҙән түбән һыу эсендәге нәмәләрҙең һүрәтен төшөрөү, тикте юҡҡа Илаһтың исемен әйтеү, кеше үлтереү, зина ҡылыу, урлашыу, үҙеңә яҡын булғандың өҫтөнән ялған шаһитлыҡ итеү, уның йортон, ҡатынын, ҡолон һәм ҡол ҡатынын, үгеҙен йә ишәген, башҡа берәй нәмәләрен үҙеңә алырға теләү ғәмәлдәре тыйыла. Бындай ҡәтғи тыйыу-тыйылыу талаптарының кешеләрҙе архаик замандарҙан бирле үтәлеп килгән мәжүсилек ғөрөфтәренән арындырыу, шулай уҡ христиан әхлағына ярашлы яңы нормалар индереү зарурлығынан барлыҡҡа килеүе шик тыуҙырмай.
Ғәрәп, һуңынаныраҡ төрки халыҡтар ерлегендә Ислам дине тарала башлағас, мосолмандар өсөн харам һаналған, Ислам әхлағына ҡаршы килгән гөнаһлы ғәмәлдәрҙән тыйылыу хаҡында билдәле ҡанун-нормалар пәйҙә була. Бындай тыйыуҙар изге Ҡөрьән-Кәримдә, шулай уҡ хәҙистәрҙә асыҡ күрһәтелә. Уларҙың бар тарафтарҙа киң билдәлелек алғандарынан сусҡа итен ашауҙан, хәмерле эсемлектәрҙән тыйылыу, балиғ булған ҡатын-ҡыҙҙарға башҡалар алдында хиджабһыҙ йөрөү, уғрылыҡҡа барыу, зина ҡылыу, ғәйбәт һөйләү, кенә тотоу һ.б. шундай тыйыуҙарҙы атап китергә була.
Әйтергә кәрәк, тыйыуҙар системаһы, асылда, ижтимағи күренеш булып формалаша, бында һәр осорға хас үҙенсәлектәр, айырмалыҡтар сағылыш таба.
Бер осорҙа тыйылған ғәмәл икенсе бер заманда үҙ көсөн юғалта, бәғзе бер илдәге тыйыу икенсеһендә рөхсәт ителә. Мәҫәлән, совет осоронда күп ҡатынлылыҡ закон тарафынан тыйылды, ә хәҙерге Рәсәйҙә ундай ҡәтғи тыйыу талабы булмаһа ла, бындай күренеш юҡҡа иҫәп. Шулай уҡ диндәге тыйыуҙарҙың ғәмәлдәге власть тарафынан хупланмауы ла, хатта ки, дини талаптың закон тарафынан тыйылыуы ла бик мөмкин.
Миҫал өсөн уҡыусы ҡыҙҙарҙың йә уҡытыусы ҡатын-ҡыҙҙың Рәсәй мәктәптәрендә яулыҡ ябынып йөрөүе закон тарафынан тыйылыуын иҫкә алырға була.
Әйткәндәй, Исламда рәсем төшөрөү, бигерәк тә кеше йәиһә башҡа бер тереклектең һүрәтен эшләү тыйылған, тип иҫәпләнә. Зыяраттарҙа ҡәбер ташына мәрхүмдең фотоһын ҡуйыу-ҡуймау хаҡында һорашҡан саҡта ла муллаларҙан, дини белемле заттарҙан ҡәтғи һәм нигеҙле белешмә алып булмай. Шул уҡ ваҡытта кешенең фотоға төшөргә булған теләген бер ниндәй ҙә дини тыйыу юҡҡа сығара алмай, сөнки был хәҙерге цивилизацияның үтә лә ябай бер күренеше булып нығынған. Хатта ки үҙҙәрен "саф Ислам" яугирҙары тип йөрөткән фундаменталист мөжәһидтәр ҙә фото-, видеоматериалдар төшөрөп, интернет селтәренә ҡуя хәҙер. "Заман башҡа - заң башҡа"ның асыҡ сағылышы был: алдараҡ әйтелгәнсә, һүрәт төшөрөү заманында христиандар Библияһы тарафынан да тыйылған ғәмәл була. Бында ул саҡтарҙа диндарҙар бер генә маҡсат ҡуя - кеше һын (бот) эшләп, һүрәт төшөрөп, үҙенә кумир яһамаһын да, шуға мәжүсиҙәрсә табынмаһын. Әммә шуныһы ла аптыратырлыҡтыр: шул уҡ христиандар, Ғайса бәйғәмбәрҙең, изге Мәрйәм әсәнең, әүлиә (святой) тип танылған заттарҙың һүрәттәренән тәре яһап, ошоларға табыныу ғәмәлдәрен башҡарғандай тойола беҙгә.
Йәнә шәхсән үҙемә үтә ҡыҙыҡлы тойолған бер һорау менән христиан динен тотҡандарға мөрәжәғәт иткәнем бар. "Библияла христиандарға сусҡа итен ашау тыйыла, һеҙгә ошо тыйыу мәғлүмме?" Яуап: "Юҡты һөйләмәгеҙ инде, бының булыуы мөмкин түгел". Һис ышандырырлыҡ әмәл юҡ, хатта Библия китабынан һүҙмә-һүҙ яҙылғанды уҡып ишеттергән хәлдә лә.
Һуңғы осорҙа элегерәк Волга-Көньяҡ Урал ерлегендә киң таралған суфыйсылыҡҡа ҡағылышлы күренештәр ҙә күп бәхәстәр, аңлашмаусанлыҡтар тыуҙыра. Ҡысҡырып һамаҡлап, түңәрәкләп тороп, бейеү ритмына һалынған хәрәкәттәр менән зекер әйтеүҙе беҙҙең "традицион" руханиҙарыбыҙ ҙа, уларҙы күрә алмаған салафиттар ҙа берҙәй тыйырға тырыша. Мосолман әүлиәләре тип танылған заттарҙың, хатта Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең ҡәберенә зыярат ҡылыу ҙа "саф исламсылар" тарафынан тыйылған ғәмәлдәр рәтенә ҡуйыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзе бер йәшерәк быуын мосолман милләттәштәребеҙ башҡорт донъяһында быуаттар дауамында нығынып, рухи мираҫыбыҙҙы тәшкил иткән йыр-бейеү сәнғәтенән дә бөтөнләйгә баш тартырға саҡыра. Йәнәһе, кеше ошо рәүешле шайтан ҡотҡоһона бирелә. Әммә башҡорт йыры, башҡорт ҡурайының моңо бер нисек тә, халыҡса әйткәндә, бер грамм да мәжүсилек менән бәйләнмәгән, һис бер диндән яҙыу ғәмәленә инмәйҙер. Ә ҡайһы бер диндәштәребеҙ миллилектән дә ваз кисмәксе түгелме һуң? Йәнәһе, мосолманлыҡ миллилекте танымай. Бында бер генә яуап мотлаҡтыр: Ислам халыҡтарҙы, милләттәрҙе айырып ҡарамай, уларҙың барыһына ла хаҡ мосолманлыҡты ҡабул итеү мөмкинлеге бирелгән. Юғиһә, беҙгә, башҡорт мосолмандарына, туған телебеҙҙе лә онотоп, ғәрәп теленә күсеү юлын һайларғалыр, ә? Юҡ шул: Хаҡ Тәғәлә ер йөҙөндәге барса халыҡтарын да, уларҙың телдәрен дә бер тиң итеп яратҡан, һәм ошо хәҡиҡәттән ваз кисеү үҙе бер яҙыҡ булыр ине.
Тыйыу тураһындағы ошо яҙмамда тағы ла бер нәмәне иҫкә алыу урынлылыр. Ер йөҙөндә һәр нәмәнең үҙ урыны, һәр тереклектең тәбиғи үҙ маҡсаты, уның асылына һалынған йәшәү рәүеше бар. Тик кешегә генә фекер йөрөтөп, барса тойған-аңлаған-эшләгәненә баһа бирә алып, йәмғиәт тыуҙырған үлсәм менән үлсәп йәшәү мөмкинлеге бирелгән. Был Бөйөк Юғары Аң - Хаҡ Тәғәлә бүләгелер. Ярамаған, алама вә зыянлы ғәмәлдәрҙе лә кеше үҙе аңлап, үҙе баһалай алғанда ғына үҙ-үҙен шуларҙан тыйылырға мәжбүр итә ала. Психологтар әйткәнсә, эске контроль булмаһа, тышҡы контролдән генә артыҡ фәтеүә булмаясаҡ. Ошоға ярашлы, тыйыу ғәмәлдәрен дә, улар донъяуи булһынмы, дини талаптарҙан сығарылһынмы - фанаттарса түгел, кешелек үлсәменә һалып, аңлап вә кисереп ҡабул итеү дөрөҫөрәк булыр ине.