Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Ноябрь 2019, 21:28

Сания ниңә һаман яңғыҙ?

Ҡыҙының һаман кейәүгә сыҡмауына әсәһе Өммөгөлсөм апайҙан да нығыраҡ борсолған кеше юҡтыр. Үҙе иҫән саҡта Санияһына бер итеп туй уҙғарып, ейән-ейәнсәрҙәрен алдында тупылдатып һөйөп ултырырға хыяллана ул. Бөгөн дә шул турала һүҙ башланы:

– Балаҡайым, күпме яңғыҙ йөрөргә була. Анау Илдар ҙа арыу ғына егеткә оҡшаған.
Илдар күрше райондан. Өфөлә заводта эшләй. Ситтән тороп нефть университетында уҡый. Бер көндө Санияны машинаһында ауылға килтереп ҡуйғайны – шунан белә уны әсәһе.
Илдарҙың исемен ишетеүгә, Сания туҙынды ла китте.
Кит,тапҡанһың кеше, ғәрлегеңдән ят та үл. Бигерә-ә-ә-әк мәмәй бит ул. Ике аяҡлы быҙау. Ауыҙын асып һүҙ әйтә белһәсе. Бар белгәне "мөмкинме лә", "зинһар өсөн". Килһә, ишек шаҡып торған була. Килештерә инде. Хәстрүш, прастуй колхозник улы икәнен онотҡан.
– Һиңә әллә кем кәрәктер инде. Һайланып һаҙға батмағайың тим.
– Ҡыҙыҡ ҡынаһың, әсәй. Ҡыҙыңды күрәләтә бәхетһеҙ итергә ҡарышыуыңдыр инде. Килһә, эт кеүек шапылдап тығыныуҙан башҡаны белмәй. Аснәҡәт. Шундай оңҡоттан бала табып ултырсы әле. "Бына, мирҙә һиңә тигән генә иң һуңғы ир ҡалды", тиһәләр ҙә, ундай бәндәгә мәңге барасағым юҡ. Һин мине кем тип уйлайһың? – тине Сания ауыҙын бәлеш кеүек турһайтып. – Сулаҡмынмы, ғәрипменме? Медицина һынлы медицина университетында алты йыл буйы шул чурнарабучыйға сығыр өсөн уҡығанмынмы? Үҙе кеүек берәй томананы ҡараштырһын.
– Бик тәртипле ғаиләлә үҫкән тип ишеткәйнем. Ата-әсәһенә оҡшаһа, йүнһеҙ булмаҫ.
Эй, әсәй, әкиәт һөйләргә тиһәң, һине ҡуш инде. Һин беләңме, мин беләмме. Атаһы әллә өс, әллә биш бисә алған. Үҙе ҡырҡҡа ла етмәй йөрәк өйәнәгенән үлеп ҡалған. Алма ағасына алыҫ төшмәй. Малайы ла атаһына оҡшамай ҡайҙа барһын. Бабниктыр әле. Мине бер көтөү балалар менән етем ҡалдырып, үлеп-фәлән китһә. Өҫтөмдән йөрөһә. Юҡ-юҡ, ул мөртәткә сығып, күрәләтә башыма ҡайғы алаһым юҡ. Нәҫелендә быума, үпкә, йөрәк, бауыр, бөйөр, ашҡаҙан сирлеләр ҙә бар, ти. Хатта биш туған ҡустыһы глухонемой икән. Әсәй, больше шул Илдар тип ауыҙыңды ла асма.
Шифаханала ғәҙәти эш көнө.
– Һаумыһығыҙ!
Сания бүлмәгә ингән иргә күтәрелеп ҡарағайны, телһеҙ ҡалды. Бәй, бәй, таныш кешегә оҡшаған һымаҡ, ҡайҙалыр күргән кеүек тә. Табип ял итергә килеүсенең карточкаһында "Илдар Сәлмән улы Ғафаров, завод директоры" тигән яҙыуҙы уҡығас, шаҡ ҡатты. Бына һиңә быҙау!..
Сания ҡабаланып ҡайтыр юлға сыҡты. Дөйөм ятаҡтағы бәләкәй генә бүлмәһендә уны бесәйе асығып көтә ине.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Saniya-ni--aman-ya-i-5645/
Читайте нас: