Бер йәшлек Махамажон Чариевта Пьер Робен синдромы. Был сир балаларҙың йөҙөн үҙгәртә һәм килбәтһеҙ яһай. Ул бик һирәк осрай — 30 мең балаға бер осраҡ. Уны дауалауға аҡсаны “Русфонд” йыйған.
Элегерәк ауырыуы арҡаһында Соняның Израилгә сәфәре туҡталып ҡалған ине. Хәҙер инде улар икәү барасаҡ.
“Радуга добра” фонды активисттары Израилдә дауалауҙы ойошторған өсөн республика Башлығы Радий Хәбировҡа һәм уның йәмәғатенә рәхмәт белдерә.