"Улыбыҙ 30 октябрҙә тыуҙы, – тип яҙа был хаҡта "Бәйләнештә" төркөмөндә йырсы. – Оҙаҡ һәм түҙемһеҙлек менән көттөк. Бигерәк тә улым Асҡар, әсәй, ҡустымды ҡасан күрәм, ти сабырһыҙланды. Ә атаһы ныҡ тулҡынланды. Бәхетле, ғүмерле, тәүфиҡле булығыҙ, балаҡайҙарым".
Беҙ ҙә йырсыны бәхетле минуттары менән ҡотлайбыҙ! Атай-әсәйле, һау-сәләмәт, халҡыбыҙға файҙалы баһадир булып үҫеүен теләйбеҙ.