“Домофонд” порталы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ошо йылдың октябрь айында риелторҙарҙың тәҡдимдәре буйынса был хәлгә анализ яһалған. Өфөлә фатирҙы ҡуртымға алыу уртаса 14 мең 654 һум тәшкил иткән. Иң ҡиммәт тәҡдим Мәскәүҙә – 36 мең ярым һум. Сағыштырыу өсөн: Екатеринбургта бер бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алыу 18 мең 100 һумға төшәсәк. Ҡазанда хаҡ -17 мең һум. Рәсәйҙә был күрһәткес уртаса 16 мең һум тәшкил итә.