Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Ноябрь 2019, 12:00

12 йәшлек малай уҡытыу үҙәге аса

Башҡортостанда алтынсы класс уҡыусыһы Реналь Хәбиров «үҙенсәлекле» балаларҙы үҫтереү өсөн үҙенең уҡытыу үҙәген аса.

6 ноябрҙә Туймазыла «Уйнап, өйрәнәм» үҙәге асыла. Үҫмер бында оҫталыҡ дәрестәре уҙғарырға, ракеталарҙың конструкцияһын төҙөргә, ҡулдар моторикаһын үҫтерергә, шулай уҡ дәрестәргә танылған кешеләрҙе саҡырырға ниәтләй.

12 йәшлек Реналь - «Бәләкәй эштәрҙең» 3D»-волонтерҙары» проектында әүҙем ҡатнашҡан өсөн призға лайыҡ булған «Импульс» ирекмәндәр командаһының иң йәш ағзаһы, 2019 йылдың Йәйге ирекмәндәр уйындары еңеүселәренең береһе. Уның проектын ата-әсәһе һәм район хакимиәте ярҙам иткән.

Сентябрҙә уҡыусы «Автоҡаласыҡ — юлдарҙа хәрәкәт хәүефһеҙлеге нигеҙе» проектын ғәмәлгә ашырыуға грант отҡан. Киләһе йылдың яҙында Туймазыла заманса автоҡаласыҡ төҙөй башлайҙар. Һәр бала үҙен юл-патруль хеҙмәте инспекторы, автомобиль водителе һәм башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар ролендә һынап ҡарай ала.

Бына шундай шәп малай ул Реналь! Тағы ла бер тапҡыр: уға ни бары 12 йәш!

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: