Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Ноябрь 2019, 11:41

Водителде ҡанлы эҙенән тапҡандар

Кисә кис диспетчер хеҙмәтенә “ЭРА ГЛОНАСС” системаһы аша авария тураһында сигнал килә.

Юл-транспорт фажиғәһе Ауырғазы районында, Урал – Мораҙым автоюлының 10-сы километрында теркәлә. Был турала урындағы ЮХХДИ-ла хәбәр итәләр.

Урынға юл инспекторҙары юллана һәм кюветҡа осҡан еңел автомобилде асыҡлай. Машина янында йәрәхәтләнгән пассажир ҙа осрай. Уға тиҙ генә беренсе ярҙам күрһәтәләр.

Ә водитель юҡ... Автомобиль ауған ерҙән һуҙылған ҡанлы эҙ күреп ҡалалар һәм шул юл буйлап китәләр. Һөҙөмтәлә авария урынынан ике километр алыҫлыҡҡа китеп өлгөргән йәрәхәтле һәм шок хәлендәге водителде табалар. Ул өшөп-туңып бөткән була. Агонияла ир өҫтөнән кейемдәрен сисеп ташлап барған.

“Әлдә ваҡытында килеп еттек. Уның янында, ҡан еҫенә ҡыҙығып, төлкөләр өйөрөлә ине”, – ти инспектор Айҙар Сәфәрғәлиев.

Әгәр инспекторҙар артынан килмәһә, хәл нимә менән тамамланыр ине икән, уйлауы ла ҡурҡыныс. Нисек бүреләр килеп сыҡмаған...

Йәрәхәтләнгән кешеләрҙе дауаханаға алып барғандар. Әйткәндәй, водителдең ҡанында алкоголь булыуы асыҡланған. Хәлдең шарттары асыҡлана.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: