Зыян күреүсе һөйләүенсә, ул ике танышы менән ҡунаҡ була. Бындай осраҡта, һәр ваҡыттағыса, арыу уҡ һалмыш табындаштар араһында ыҙғыш ҡуба. Тора-бара ул ҡораллы һуғышыуға тиклем барып етә: ҡунаҡтарҙың береһе һикереп тороп бысаҡҡа йәбешә һәм хужанан аҡса таптыра башлай. Уныһы ҡаршылашып маташа, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡунаҡтар егетте туҡмап, һигеҙ мең һумын талап алып сығып тая.