Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Ноябрь 2019, 10:29

Нисек тиҙ генә йоҡлап китергә?

Йоҡлай алмай ыҙаланыусылар, түбәндәге кәңәштәр һеҙҙең өсөн. Хәйерле төн!




Кешенең йөҙөндә 43 төрлө мускул була, улар арҡаһында бөтә кәүҙә кисерештәр тураһында мәғлүмәт ала. Шуның өсөн иң тәүҙә бит мускулын йомшартырға кәрәк. Күҙҙәрҙе йомоп, маңлайҙы, сикәне, телде, аҫҡы аңҡауҙың көсәнешен кәметергә тырышығыҙ. Бынан һуң тын алыш та тәрәнерәк һәм яйыраҡ булып китә.

Артабан яурынды төшөрәбеҙ, уның ауырлығы аяҡтарға тиклем барып еткән кеүек булырға тейеш. Яйлап шулай елкәне, ҡулдарҙы, аяҡтарҙы ауырайтабыҙ, йәғни хәлһеҙләндерәбеҙ.


Кәүҙә тулыһынса йомшарғас, ун секундҡа мейене һүндереп торабыҙ, йәғни шул ваҡытта бер ни тураһында ла уйланмайбыҙ. Уның өсөн үҙегеҙҙе ҡояшлы көндә яр буйында ҡыҙынып ятаһығыҙ йә булмаһа, киреһенсә, дөм ҡараңғыла ҡара гамакта бәүеләһегеҙ икән тип хис итегеҙ. Бүтән уйҙар был картинаны боҙорға тейеш түгел. Күҙ алдына баҫтырған образда ун секунд дауамында булыу ҙа етә.


Бына шулай тулыһынса тәнегеҙҙе йомшартыу, аңығыҙҙы көнкүрештәге мәшәҡәтле уйҙарҙан бер аҙға арындырып тороу тиҙ генә йоҡлап китергә ярҙам итер.






Читайте нас: