Стәрлетамаҡ ҡалаһынан бер кеше машинаһын йыуҙырырға ҡалдыра. Әммә унда эшләгән бер ҡатын, иҫереп алғас, клиентының машинаһына ултыра ла, шаурма артынан сыға ла китә. Автомобиль йөрөтөргә хоҡуғы ла булмай.
Иҫерек ҡатын ҡаланың Гоголь урамында "Ниссан Патрол" машинаһына идара итә алмай, юл-транспорт ваҡиғаһына тарый. Автомобилде авария урынында ҡалдыра ла үҙе һыпырта.
Әлбиттә, уны ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тота һәм был аварияға ҡатнашлығын иҫбат итә. Урлашыу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.Башҡортостан гәзитенән.