Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Ноябрь 2019, 11:39

Гөлназ Асаева кейәүгә сығырға йыйынамы?

Йәш йырсы Гөлназ Асаева Ҡазандың“Татар радиоһы”нда “Бына бындай кис” тапшырыуында ҡунаҡта булғанда:“Мин үҙемде яраттыра беләм”, – тигән. Ошо әңгәмәнән бәләкәй генә өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

– Ҡыҙ кеше барыбер үҙенең планкаһын ҡуя. Әйтәйек, “мин 25 йәшкә тиклем кейәүгә сығам”, “ни ҡәҙәр тиҙерәк, шул тиклем яҡшыраҡ”, “утыҙҙан һуң карьера төҙөйөм” һәм башҡалар. Һинең фекерләүең нисегерәк?
– Мин ул кешене яратһам, ул мине үлеп яратһа – була. Мин ул кешене, бәлки, иҫем китеп яратмайымдыр, ҙур хөрмәт булһа, шул етә тип уйлайым. Әммә мин үҙемде яраттыра беләм. Ул кеше мине яратһа, бөтә йәнен-тәнен бирһә – ҡатын-ҡыҙҙың бәхете шунда тип уйлайым.
Беренсе сиратта мине яратырға тейештәр.
– Ә киреһенсә осраҡтар булдымы: һин яратаһың, ә ир-ат яғынан һөйөү етеп бөтмәй, ти.
– Булғандыр, эйе. Мин инде уны элегерәк мөхәббәт тип һанай инем, ләкин тора бара бәләкәй саҡтағы ғына һөйөү, ғашиҡ булыу ғына булған тип уйлайым.
– Ҡасан кейәүгә сығаһың?
– Әле бит 21 генә йәш, 25-кә тиклем күпме ваҡыт...
– Егетең бармы?
– Бар.
Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: