Тейешле документҡа ярашлы, эске хеҙмәт полковнигы Алексей Чириков Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде. Билдәләп үтергә кәрәк, Барнаулда тыуып үҫкән Алексей Чириков быға тиклем Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Алтай Республикаһы, һуңынан Калининград өлкәһе буйынса идаралыҡтарын етәкләй. Ул 1975 йылдың 26 майында Барнаулда тыуа, 1996 йылда — Өфө юғары милиция мәктәбен, 2010 йылда Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Хоҡуҡ һәм идара итеү академияһын тамамлай. 1996 йылдан алып — енәйәт-башҡарыу системаһында, Алтай крайында урта һәм өлкән етәкселек составының төрлө вазифаларында эшләй. Алтай Республикаһына тәғәйенләнгәнсе Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Алтай крайы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй. 2019 йылдың яҙында — Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Алтай Республикаһы буйынса идаралығына етәксе, уҙған көҙ Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәте бойороғо менән Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Калининград өлкәһе буйынса начальнигы итеп тәғәйенләнә.