Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Ноябрь 2019, 16:15

Өфөлә Халыҡ-ара мәғариф салоны уҙғарыла

6-9 ноябрҙә ВДНХ-Экспо майҙансығында Өфө халыҡ-ара мәғариф салоны-2019 уҙғарыла. Был хаҡта бөгөн Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә мэр Өлфәт Мостафин хәбәр итте.

Сарала мәғарифтың заманса системаһының төп йүнәлештәре, яңы технологиялар һәм уҡытыу саралары, кадрҙарҙы яңынан әҙерләү системаһы тураһында мәғлүмәт, өҫтәмә һәм бизнес-белем биреү мөмкинлектәре менән таныштыралар. Оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, семинарҙар, ғилми-ғәмәли конференциялар, интератив майҙансыҡтар һәм башҡа саралар була.
Унда студенттар, абитуриенттар, мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр, уҡытыусылар ҡатнаша. Салон мәғариф системаһында ҡатнашыусылар — белгестәр, уҡыусылар, бизнес һәм дәүләт идара итеү органдары вәкилдәре араһында үҙ-ара эш итеү өсөн майҙансыҡҡа әүерелә.
Читайте нас: