Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Ноябрь 2019, 11:45

Эй меҫкен әсә...

Яңауылда шыр иҫерек 32 йәшлек ир иң яҡын кешеһен – әсәһен туҡмап, талап ҡаса.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәүҙә иҫерек ир әсәһен туҡмай. Уның тәнендә төрлө йәрәхәттәр табылған. Аҙаҡ иң яҡын кешеһенең кеҫә телефонын, алтын сылбырын һәм браслетын талап ала ла ҡаса. Меҫкен ҡатын полицияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.

Полиция ирҙе ҡулға алған. Был ваҡытта ул шыр иҫерек була. Әсәһенән урлаған әйберҙәрҙең бер өлөшөн һатып өлгөрә, ҡалғандарын полиция тартып ала.

Әйткәндәй, ир быға тиклем дә хөкөмгә тарттырылған булған. Хәҙер уға ҡарата Енәйәт кодексының 161-се статьяһы буйынса эш ҡуҙғатылған.
Төн йоҡоларын йоҡламай үҫтергән әсәңә нисек ҡулы күтәрелде икән?Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: